Барыһы ла Еңеү өсөн
25 Ноябрь 2025, 09:07

Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларға 300-гә яҡын ер участкаһы бүленде

Башҡортостандан махсус операция яугирҙәренә һәм уларҙың ғаиләләренә 278 бушлай ер участкаһы тапшырылды, тағы ла 30 ғариза ҡаралырға тейеш.

Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларға 300-гә яҡын ер участкаһы бүлендеБашҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларға 300-гә яҡын ер участкаһы бүленде
Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларға 300-гә яҡын ер участкаһы бүленде

Был хаҡта республика вице-премьеры — ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская Республикаға идара итеү үҙәгендә биргән интервьюһында белдерҙе. Ярҙам сараһы менән файҙаланыу өсөн йәшәгән урын буйынса хакимиәткә йәки ер һәм мөлкәт министрлығының территориаль идаралығына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Шулай уҡ уны Дәүләт хеҙмәттәре аша онлайн алыу мөмкинлеге бар.

«Федераль ҡануниәткә ярашлы, Рәсәй Геройҙарының, Рәсәй Федерацияһы ордендары менән бүләкләнгән МХО яугирҙәренең, улар һәләк булған осраҡта иһә уларҙың ғаилә ағзаларының ошондай хоҡуғы бар», — тип билдәләне Полянская.

 Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн Башҡортостанда яугирҙәргә 50-нән ашыу ярҙам саралары ғәмәлдә. Улар мәғариф, социаль яҡлау өлкәләренә, льготалар алыуға һәм башҡа ярҙам төрҙәренә ҡағыла.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-11-25/uchastnikam-svo-v-bashkirii-vydelili-pochti-300-zemelnyh-uchastkov-4480502

Автор:Иван Вавилов
Автор:
Читайте нас