

Рөстәм Нәбиев гуманитар ылау составында махсус хәрби операция биләмәһенә барғайны ине инде. Әле ул тағы МХО-ға юллана.
Был юлы ла блогер яугирҙәргә гуманитар ярҙам алып бармаҡсы. Әммә уның тағы бер маҡсаты бар. Баҡһаң, Рөстәмдең ике туған ҡустыһы шунда хәрби хеҙмәттә булған һәм өс ай элек хәбәрһеҙ юғалған.
Рөстәм Нәбиев туғанының яҙмышы тураһында берәй хәбәр ишетмәҫменме тип өмөтләнә. Мәғлүмәттәр буйынса, яугирҙең һәләк булыуын раҫлаусы дәлил әлегә юҡ. Шуға уның табылырына ышаналар.
Бирһен Хоҙай!
Фото: Р. Нәбиевтең шәхси архивынан.