

Ауылдың уңған ҡатын-ҡыҙҙары һуғыш яланында йөрөгән яугирҙарҙы яратҡан милли ризығы – өй һалмаһы менән ҡыуандырырға булды. Бөтә күңел йылыһын һалып, махсус хәрби операциялағы егеттәргә һалма йәйеп ҡырҡтылар. Оҙаҡламай киптерелгән һалмалар хәрбиҙәргә оҙатыласаҡ. Был ризыҡтар яуҙа йөрөгән геройҙарыбыҙға көс-дәрт өҫтәһен, тыуған яҡ йылыһын бүләк итһен. Яугирҙарҙың имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.
Автор: Зилиә Абдрахманова.