

Дүртенсе йыл рәттән үткәрелгән брендлы сара ағымдағы йылда Рәсәйҙәге Ватанды һаҡлаусылар, Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылдарына арналды.
Махсус хәрби операция башланғандан алып ошо көнгә тиклем Степной ауылынан бөтәһе 20 яугир илебеҙ тыныслығы өсөн ҡулына ҡорал алып, хәрби бурыстарын намыҫлы үтәй. Уларҙың күптәре Башҡортостаныбыҙҙың төрлө ерҙәрендә төпләнһәләр ҙә, кендек ҡаны тамған, тәпәй баҫҡан, йәшел сиҙәмдә йүгереп йөрөгән бала саҡтары һәм үҫмер йылдары ошо ауыл менән бәйле. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан осорҙарында атай йортона ҡайтып, ярҙамлашып, фатиха алып китмәйенсә юлға сыҡмай улар.
Баҫалҡы, ябай, тыйнаҡ әсәйҙәр сәхнә түренән урын алғас, Аҡъяр ауыл биләмәһе башлығы Азамат Баҡтыбаев Ватанын яратҡан, илебеҙ яҙмышына битараф булмаған һәм дөрөҫ тәрбиә биргән улдары өсөн әсәйҙәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Шулай уҡ, Азамат Фәнил улы районда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса ҙур көс һалыныуын билдәләне.
Район ветерандар советы рәйесе Ырыҫбикә Аллағолова күркәм сара ойошторғандары өсөн Көнһылыу Ҡоланбаеваға һәм килгән әсәйҙәргә рәхмәт әйтте.
- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәтһеҙ йылдарҙан һуң ир-егеттәребеҙ ҡулдарына ҡорал алып азатлығыбыҙ өсөн йәнә көрәшергә мәжбүр. Бөгөнгө сарала ҡатнашҡан һәр әсә улының иҫән-һау ҡайтыуын түҙемһеҙләнеп көтә. Һеҙ гуманитар ярҙам йыйыуҙа ла ҙур өлөш индерәһегеҙ. Ғөмүмән, илебеҙ яҙмышына битараф кеше ҡалмағандыр, тип уйлайым. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам даими күрһәтелеп тора, мәҫәлән, яугирҙарыбыҙҙың әсәләре һәм ҡатындары ял йорттарына барып һаулыҡтарын нығытып ҡайттылар. Бөгөнгө осрашыуға килгәндә, һеҙҙең дә әйтер, уртаҡлашыр һүҙҙәрегеҙ барҙыр, бәлки, ярҙам, кәңәш кәрәктер. Ошолай аралашыу һеҙгә яҡшы тәьҫорат биреп, файҙаға булһын. Беҙ һәм район хакимиәте һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙербеҙ, - тине Ырыҫбикә Рәхимйән ҡыҙы.
Күркәм кисәлә әсәйҙәр үҙҙәренең борсолоуҙары, уйланыуҙары, улдарының нисек хеҙмәт итеүҙәре тураһында һөйләне. Әлифә Супанованың улы Данил И. Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжын уҡып бөтөү менән 2020 йылда хәрби хеҙмәткә алына, 2021 йылдың ғинуарында Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөй һәм февралдә башланып киткән махсус хәрби операцияға эләгә. Хәҙерге ваҡытта 1-се гвардия танк дивизияһында прапорщик булып хеҙмәт итә. Ошо ваҡыт арауығында ҡыйыу егет өйләнергә өлгәргән һәм йәш ғаиләлә Диниэлла исемле йәш ярымлыҡ ҡыҙ үҫә. «Данил улым яңыраҡ ҡына ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтып китте. Кисә генә фото ебәрҙе - уны «Хәрби батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләгәндәр. Шулай уҡ, уның күкрәген Жуков, «Хәрби берҙәмлек өсөн» миҙалдары биҙәй. Ике аҙна элек Эске эштәр министрлығы линияһы буйынса икенсе улым Азаматты ла ярты йылға оҙайлы командировкаға оҙаттыҡ. Ул Запорожье йүнәлешендә хеҙмәт итә. Улдарым менән ныҡ ғорурланам, имен-һау йөрөһөндәр», - тине Әлифә Ғәфүр ҡыҙы.
Степной ауылының ветерандар советы рәйесе Зәйтүнә Таһирова лайыҡлы улдар тәрбиәләгән өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм хөрмәтле әсәләргә ныҡлы һаулыҡ, күңел көрлөгө, сабырлыҡ теләне.
Артабан осрашыуҙа ҡатнашыусылар илебеҙ азатлығы өсөн барған һуғышта һәләк булған батырҙарыбыҙҙы хәтерләп бер минутҡа тын ҡалды. Степнойҙар ҡаһарман егеттәрен онотмай, батырҙарса һәләк булған Айнур Абдулла улы Иҙелбаевтың хөрмәтенә ауыл мәктәбендә «Герой партаһы» асылған.
Илһөйәр сараға килгән халыҡ һәр әсәнең сығышын ихласлап ҡул сабып, йөрәкһеп, күҙ йәштәрен һөртә-һөртә тыңланы. Йылы аралашыу «Ағинәйҙәр»ҙең шиғри сығыштары, Венер Салауатовтың ҡурайҙа уйнауы, Көнһылыу Ҡоланбаева һәм Лариса Ямалетдинованың моңло йырҙары, «Экстрим» группаһының бейеүҙәре менән аралашып барҙы.
Улдарын алғы һыҙыҡҡа оҙатҡан әсәләрҙең йөрәге берҙәй тибә, уларҙың уй-теләктәре лә уртаҡ – илгә тиҙерәк Еңеү килһен, ҡәҙерләп үҫтергән балаҡайҙары имен-һау әйләнеп ҡайтһын. Ҡыйыу улдар, ил һаҡсылары үҫтергән әсәйҙәр менән сикһеҙ ғорурланабыҙ һәм уларҙың изге теләктәре тиҙерәк ҡабул булыуын теләйбеҙ.
Көнһылыу Ҡоланбаева, Степной ауылы клубының мәҙәни йортоноң ойоштороусыһы:
Рәйсә Камалетдинова, яугир әсәһе:
«Тормош иптәшем Алик Георгий улы менән ике ул һәм ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙек. Улым Рәйес ғаиләлә икенсе бала булып 1984 йылда тыуҙы. Улым ипле, аҡыллы, зирәк булып үҫте. Әрме сафынан сержант булып ҡайтты, илдә бер-бер хәл булһа саҡырабыҙ тип әйттеләр ти ине. Ысынлап та, махсус хәрби операция башланғас 2022 йылдың сентябрендә өлөшләтә мобилизацияға эләкте. Хәҙерге ваҡытта Херсон өлкәһендә командир урынбаҫары булып хеҙмәт итә. Ғаиләһе менән Өфөлә төпләнде, Альбина киленебеҙ менән Ришат һәм Камилла исемле балалар тәрбиәләйҙәр. Декарбҙә ялға ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Барыбыҙҙың да улдарыбыҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһындар.