Барыһы ла Еңеү өсөн
18 Ноябрь 2025, 09:04

Башҡортостан телевидениеһында яңы проект башлана

Башҡортостан телевидениеһында МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балалары өсөн яңы проект башлана

Башҡортостан телевидениеһында яңы проект башланаБашҡортостан телевидениеһында яңы проект башлана
Башҡортостан телевидениеһында яңы проект башлана

БСТ телеканалы «Матур фатир» тигән өр-яңы яңы проект әҙерләй. Тапшырыуҙың геройҙары – Өфөнән йәки Өфө районынан махсус хәрби операция яугирҙәренең «Минең атайым» видеохикәйәләр конкурсында еңгән 3 йәштән 14 йәшкә тиклемге балалары. Проектта ҡатнашыу өсөн улар атаһы хаҡында видеояҙма төшөрөп, БСТ-ға ебәрергә тейеш. Ғаризалар 28 ноябргә тиклем ҡабул ителә.

Телеканал дирекцияһында белдереүҙәренсә, 10 еңеүсене төп бүләк — балалар бүлмәһендә ремонт көтә. Иҙәнде, түшәмде, тәҙрәне, йыһазды алмаштырыу, стеналарҙы ремонтлау, шулай уҡ яңы ҡорғандар, тюль элеү планлаштырыла.

«Иң тәүҙә беҙҙең менән эшләргә теләк белдергән спонсорҙарға ҙур рәхмәт. Республиканың башҡа район-ҡалаларында ярҙам итергә теләүселәр булһа, киләсәктә проекттың географияһын киңәйтергә әҙербеҙ», – тип пландары менән уртаҡлашты проект етәксеһе, БСТ телеканалының баш мөхәррире Гәүһәр Батталова.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-11-18/na-bashkirskom-televidenii-startoval-novyy-proekt-dlya-detey-uchastnikov-svo-4471208

Автор:Инсаф Хужабиргәнов
Автор:
Читайте нас