Барыһы ла Еңеү өсөн
25 Сентябрь 2025, 12:19

Йәнтештәр яугирға ярҙам оҙатты

Ярҙамды ойоштороусылар, дуҫтары, яҡындары, туғандары, таныштары һалдаттың үҙенә, ғаиләһенә,  ата-әсәһенә  ҡыуаныс бүләк иткәндәр.

Йәнтештәр яугирға ярҙам оҙатты

Йәнтеш ауылы мәҙәниәте йортонда  Махсус хәрби операция башланғанынан алып һалдаттарға ярҙам итеү ойошторола. Ауылдаштар  мәҙәниәт йортонда йыйылып  маскировкалау селтәрҙәре, майшәмдәр ҡоялар. Көрәк һаптары, аҙыҡ-түлек һәм башҡа бик күп һалдатҡа тигән кәрәк-яраҡтар ярҙам итергә ынтылған  кешеләрҙән даими рәүештә тулыланып тора. “Хәрби операция башланғаны бирле күп кешеләрҙе тик яҡшы яҡтан астым. Йөндән бәйләнгән йылы ойоҡбаштар, бейәләйҙәр, шәхси гигиена өсөн әйберҙәрҙән алып, төҙөлөш кәрәк-яраҡтары,аҡсалата ярҙамға тиклем әүҙем ҡушылған ауылдаштарыбыҙ күп. “Ағинәйҙәр”гә, “Әхирәттәр”гә йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ,  ир-егеттәрҙән генә торған “Изгелек” ойошмаһы  бар эшкә лә әүҙем ҡушыла.Әле лә Миңлеғәле  Шайморатов урамында тыуып үҫкән яугир егеткә, хәрби операцияла булған һалдатыбыҙға гуманитар ярҙам оҙатыу менән мәшғүлбеҙ. Йәнтеш ауылы халҡы, ошонда тыуып ҡырҙа йәшәүселәр һәм  ҡырҙа эшләп йөрөүсе ир-егеттәребеҙ аҡса йыйыуҙа ҡатнашып кәрәкле әйберҙәр алыу мөмкин булды”- тип һүҙен тамамланы Лена Фуат ҡыҙы. “Ярҙам йыйыуҙы иң беренсе үҙ туғандарыбыҙ араһында башланыҡ. Үтенесте ауылдаштарға ла еткерҙек. Улымды ҙурлап, ярҙамға ҡушылдылар. Ишек алдына килеп, әйберҙәрҙе ныҡлап урап бирҙеләр. Бында минең улыма ғына түгел, ә янындағы башҡа яугирҙарға ла  етерлек күстәнәс йыйылды. Шул тиклем рәхмәтлебеҙ. Яуҙа һалдаттарҙы ҡурсаларлыҡ бик кәрәкле  ҡыйбатлы ҡулланмаға  аҡса йыйып, уны һатып алдылар. Ошо ҙур хәстәрлек күптәрҙең ғүмерен ҡотҡарып ҡалыуына булышлыҡ итәсәк.  Улыма, яугирҙарға биргән ярҙамығыҙ үҙегеҙгә йөҙләтә кире ҡайтһын!”-тигән теләктәр менән ҡыуанып  яуаплай һалдаттың ата-әсәһе Гөлйыһан һәм Вәлиәхмәт Исҡужиндар. Яугирҙарға тылдан шундай көслө ярҙам килеүе - ул намыҫ эше. Йәнтештәр, ярҙамды ойоштороусылар, дуҫтары, яҡындары, туғандары, таныштары һалдаттың үҙенә, ғаиләһенә,  ата-әсәһенә  ҡыуаныс бүләк иткәндәр. Гуманитар ярҙам барып етеп, яугирҙарҙың рухи көсөн нығытһын. Һәр ярҙам-хәстәрлек һалдаттарыбыҙҙың иҫән-һау тыуған яҡтарына тыныслыҡ менән ҡайтыуына булышлыҡ итһен.

Зимфира Ҡасҡынова.

Йәнтештәр яугирға ярҙам оҙатты
Йәнтештәр яугирға ярҙам оҙатты
Йәнтештәр яугирға ярҙам оҙатты
Автор:Зимфира Каскинова
Читайте нас