«МХО. Мин яуҙан иҫән сыҡтым»

Аҡъярҙа яҙыусы Мөнир Ҡунафиндың китабының презентацияһы үтте

«МХО. Мин яуҙан иҫән сыҡтым»«МХО. Мин яуҙан иҫән сыҡтым»
«МХО. Мин яуҙан иҫән сыҡтым»

Үҙәк район китапханаһында билдәле яҙыусы, публицист, "Ағиҙел" журналының баш мөхәррире, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Мөнир Ҡунафиндың "СВО. Я вышел из боя живым" китабының исем туйына арналған әҙәби осрашыу үтте.

 Мөнир Сәхиулла улының "СВО. Я вышел из боя живым" («МХО. Мин һуғыштан тере килеш сыҡтым»)  китабы күптән түгел Мәскәү ҡалаһында, АСТ нәшриәтендә донъя күрҙе. Махсус хәрби операция ваҡиғаларын һүрәтләгән баҫма береһен дә битараф ҡалдырмай.

Осрашыуҙа китап авторы Мөнир Ҡунафиндың сығышы бик йөкмәткеле булды.

-Олатайым Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ине. Мин уның эргәһендә йәшәнем. Уның күп орден-миҙалдары бар ине. Мин унан һәр саҡ һуғыш тураһында һораша инем һәм ул һөйләй ине. Һуғышҡа 40 йыл үткән, әммә олатайым һаман төндәрен һаташып сыға торғайны. Беҙ малай саҡтан һуғыш тураһында китаптар уҡыныҡ, һуғыш уйындары уйнап үҫтек. Икегә бүленеп, һуғыш уйыны уйнағанда бер яҡтың да фашист булып уйнағы килмәй торғайны. Барыбыҙҙың да совет һалдаттары булғыһы килә торғайны, сөнки бәләкәйҙән совет халҡының иң көслө, иң ҡыйыу икәненә, еңеүсе халыҡ булғанына инанып үҫтек.  Минән йыш ҡына: “Ниңә һуғыш тураһында яҙаһың?” – тип һорайҙар. Минең мәктәп йылдарында Еңеүҙең 40-йыллығы айҡанлы яҙылған беренсе хикәйәм дә партизан малайҙар хаҡында ине. Афған һуғышы, Чечен һуғышы ветерандары турһында ла яҙғаным булды. Әле махсус хәрби операция тураһында яҙам. Һуғыш тураһында яҙыуы бик ауыр, әммә был бик мөһим эш тип ҡарайым, сөнки был беҙҙең тарих. Тәүге сәфәргә барғанда икеләнеүле уйҙарым бар ине. Барып күргәс, егеттәр менән алғы һыҙыҡҡа ла барып еттек. Снарядтар аҫтында ла йөрөргә тура килде һәм ысын мәғәнәһендә һуғыш барғанын күрҙек. Егеттәр менән блиндаждарҙа бергә йәшәп, сәғәттәр буйы һөйләшеп үҙ геройыңды асаһың. Аралашыу мәлендә шул тиклем асылып китәләр һәм яугирҙарҙың был тормошҡа ҡараштары ныҡ үҙгәргәнен, уларҙың тыуған илебеҙ, ата-әсәһе, ғаиләһе һәм яҡындары өсөн аңлап  көрәшкәндәрен тояһың. Бына ошоларҙың барыһын да йөрәгем, зиһенем аша үткәреп ҡағыҙ битенә төшөрҙөм, - тине Мөнир Сәхиулла улы.

Яҙыусы һүҙен дауам итеп Өфөлә үткән китаптың исем туйында махсус операцияла ҡатнашҡан «Боцман» позывнойлы яугирҙың  һөйләгәндәренә туҡталды: «Уларҙы фашист тип кенә атап буламы икән? Кешелек сифаттарын юғалтҡан ҡәбәхәттәр. Бер мөгәрәпкә бер йәш ҡатынды бикләп киткәндәр. Ике йәш бала менән (береһе имсәк бала) өс көн һыуһыҙ, ризыҡһыҙ интеккән бисараларҙы һәләк итеү менән бергә, уларҙы ҡотҡарырға килгән беҙҙең егеттәрҙең дә ғүмерҙәрен ҡыйыр өсөн, мөгәрәп тирәләй күп итеп шартлатҡыстар һалып сыҡҡандар. Уларҙы зарарһыҙландырып, тотҡондарҙы ҡотҡарыу өсөн биш-алты сәғәт ваҡыт кәрәк булды. Мөгәрәпте асып сығарғас, һеҙ ундағы күҙ йәштәрен күрһәгеҙ!..».

Әҙәби осрашыуҙа ҡатнашыусы Әхмәр Үтәбаев та хәйбуллаларҙы сәләмләп, Мөнир Ҡунафиндың китабы тураһында үҙ фекерен белдерҙе.

Йәнле аралашыу ваҡытында яҙыусыға төрлө һорауҙар бирелде һәм был китап тураһында бик тәрән мәғәнәле фекерҙәр әйтелде.

Фекерҙәр:

Мөнир Ҡунафин, яҙыусы, публицист:

-Апрель айында Мәскәүҙә  рус телендә "СВО. Я вышел из боя живым" тигән китабым донъя күрҙе. Ике тапҡыр махсус операция биләмәһендә булдым. Беренсе сәфәрҙәге юлъяҙмаларымды “Бельские просторы” журналы сайтында күреп, МХО-ға ҡағылышлы яҙмаларығыҙ юҡмы тип мөрәжәғәт иттеләр.  Ул ваҡытта икенсе сәфәрҙән ҡайтып ҡына тора һәм материалдарым күп ине. Махсус хәрби операцияла булған ваҡиғалар, һалдаттарҙың яҙмыштары һәм үҙ кисерештәрем – барыһы ла ошо китапҡа инде. Өфөлә уның исем туйы үтте. Был китапҡа ингән әҫәрҙәр публицистикаға тартым. Шуға күрә әле нәфис әҙәбиәт, йәғни хикәйәләр, пьесалар  өҫтөндә эшләйбеҙ. Егеттәрҙең һөйләгәндәре буйынса “Бер ғүмер етмәй икән” тигән пьеса яҙылды. Ул Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театрында ҡуйылды. Был теманы яҡтыртырға кәрәк, сөнки киләсәк быуындарға тарих яҙып ҡалдырам тип уйлайым. Хәҙер фейктар заманы. Әгәр ҙә беҙ  барып, үҙ күҙебеҙ менән күреп яҙмаһаҡ, башҡалар беҙҙең тарихты бөтөнләй икенсе төрлө итеп күрһәтеүҙәре мөмкин.

Әхмәр Үтәбаев, шағир, яҙыусы:

-Мөнир Ҡунафиндың махсус хәрби операцияға арналған йөкмәткеле китаптары сыҡты. Шулай уҡ уның Тәтешле егете Фәнис Хөсәйеновтың ҡаһарманлығына арналған “Бер ғүмер етмәй икән” пьесаһы ҡуйылды. Хәйбулла районынан да махсус хәрби операция ла ҡатнашҡан егеттәр күп. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, араларында һәләк булғандар ҙа,  хәбәрһеҙ юғалғандар ҙа бар. Был илебеҙгә килгән ҙур һынау. Рәсәй армияһында башҡорт яугиры феномены айырым урын алып тора. Өфөлә үткән китап презентацияһында МХО-ла ҡатнашыусы ҡалмыҡ егете  башҡорттарҙың ҡыйыулығы, ҡаһарманлығы тураһында билдәләне. Был ысынлап та шулай, яугирлыҡ рухы беҙҙең ҡаныбыҙҙа. Мөнир Ҡунафиндың китабының әһәмиәте шунда: ул беҙгә тормошҡа бөтөнләй икенсе күҙлектән ҡарарға мәжбүр итә. Был китапты барыһына ла уҡырға тәҡдим итәм.

 

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас