«МХО. Мин яуҙан иҫән сыҡтым»

Аҡъярҙа яҙыусы Мөнир Ҡунафиндың китабының исем туйы үтте

«МХО. Мин яуҙан иҫән сыҡтым»«МХО. Мин яуҙан иҫән сыҡтым»
«МХО. Мин яуҙан иҫән сыҡтым»

Үҙәк район китапханаһында билдәле яҙыусы, публицист, "Ағиҙел" журналының баш мөхәррире, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Мөнир Ҡунафиндың күптән түгел Мәскәү ҡалаһында  донъя күргән "СВО. Я вышел из боя живым"  китабының исем туйы үтте.  

Осрашыуҙа китап авторының сығышы бик йөкмәткеле булды. "Һуғыш тураһында яҙыуы бик ауыр, әммә был бик мөһим эш тип ҡарайым, сөнки был беҙҙең тарих", - тине Мөнир Сәхиулла улы. 

 Сарала ҡатнашыусы шағир, яҙыусы һәм журналист  Әхмәр Үтәбаев та  хәйбуллаларҙы сәләмләп, Мөнир Ҡунафиндың китабы тураһында үҙ фекерен белдерҙе.

Йәнле аралашыу ваҡытында яҙыусыға төрлө һорауҙар бирелде һәм был китап тураһында бик тәрән мәғәнәле фекерҙәр әйтелде. Махсус хәрби операция ваҡиғаларын һүрәтләгән баҫма береһен дә битараф ҡалдырманы.

«МХО. Мин яуҙан иҫән сыҡтым»
«МХО. Мин яуҙан иҫән сыҡтым»
«МХО. Мин яуҙан иҫән сыҡтым»
Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас