Барыһы ла Еңеү өсөн
23 Апрель 2025, 05:18

Әсә көтә улын

Атингән ауылында йәшәүсе Зөлфиә Мусина  улын махсус хәрби операция зонаһына оҙатҡан яугир әсәһе.

Әсә көтә улынӘсә көтә улын
Әсә көтә улын

Улдары именлеге өсөн  доғала йәшәүсе яугир әсәләре һәр ауыл һайын бөгөн. Атингәндә йәшәүсе Зөлфиә Мусина ла  улын махсус хәрби операция зонаһына оҙатҡан яугир әсәһе. Билдәле, бөгөн уның бөтә күңеле улы хеҙмәт иткән тарафтарҙа.

Зөлфиә Ғилметдин ҡыҙы сығышы менән бөткән Аҡъегет ауылынан. 80-се йылдарҙа Атингән ауылына йәшәргә күсәләр.

-Ишле ғаиләлә 14-се бала булып донъяға килгәнмен. Атайыбыҙ Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, әсәйебеҙ тыл хеҙмәтсәне булды. Атайыбыҙ иртә вафат булғас, әсәйгә ярҙам итеү өсөн  8-се кластан һуң, колхозға һауынсы булып эшкә төштөм. Кейәүгә сығып,  тормош иптәшемдең тыуған яғында 10 йыл йәшәп ҡайтҡандан һуң, ҡабаттан һауынсы булып хеҙмәт юлымды дауам иттем, артабан ферма мөдире итеп ҡуйҙылар. Колхоз бөткәс, 2007 йылда ауыл мәҙәниәт йортона эшкә саҡырҙылар,  - тип әңгәмәне башланы Зөлфиә Ғилметдин ҡыҙы.

Әлеге мәлдә Зөлфиә апай оҙаҡ йылдар мәҙәни ойоштороусы булып  уңышлы эшләй. Клубҡа әүҙем йөрөгән ауыл таланттары менән бергә матур саралар, концерттар ойошторалар.

1986 йылда Ейәнсура егете Наил Хөснулла улы менән ғаилә ҡоралар. 4 ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләп үҫтерәләр, 7 ейән-ейәнсәрҙәре тормоштары йәме. Ҡыҙҙары Зилиә ғаиләһе менән Мәскәүҙә, Гөлиә һәм Зөлхизә Новтроицк ҡалаһында йәшәй. Әлеге мәлдә улдары, “Райкин” позывнойлы яугир махсус хәрби операцияла ҡатнаша.

-Улым ғаиләһе менән Силәбе өлкәһе Озерск ҡалаһында йәшәй. Армияла хеҙмәт иткән урында контракт төҙөп ҡалды. Һуңынан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында эшләп йөрөгәнендә 2023 йылда контракт төҙөп, махсус хәрби операция зонаһына юлланды. Әле ул офицер, взвод командиры, хәрби хеҙмәттә күрһәткән батырлығы өсөн миҙал менән наградланды. Улым менән ғорурланам да, бер үк ваҡытта уның өсөн борсолам да. Ул бәләкәйҙән ярҙамсыл, аҡыллы, эшкә шәп булды.  Имен-һау ғына йөрөһөн инде. Киленбеҙ Александра ла хәрби.  3 бала үҫтерәләр, кинйә ҡыҙҙары март аҙағында ғына донъяға килде.  Улым февралдә отпускыға ҡайтҡанында беҙгә килеп, хәлебеҙҙе белешеп китте. Телефон аша һирәкләп булһа ла аралашып торабыҙ. Улымдың тауышын ишетеү, уның иҫән булыуын белеү бәхет. Кисә генә алғы һыҙыҡтан сыҡты.  Һуғыштар тиҙерәк тамамланып, барлыҡ әсәйҙәр ҙә улдарын ҡыуанып ҡаршы алһын,  - тип һүҙен дауам итте яугир әсәһе.

Зөлфиә Ғилметдин ҡыҙы  ауылдаштары менән бергә еңеүҙе яҡынайтыу өсөн яугирҙарға гуманитар ярҙам йыйыуҙа әүҙем ҡатнашалар. Беҙ Атингәнгә барған көндө лә ауыл мәҙәниәт йортонда яугирҙарға окоп шәмдәре әҙерләйҙәр инеләр.

-Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам күрһәтеү буйынса әүҙем эш алып барабыҙ. 20-гә яҡын маскировкалау селтәре үреп тапшырҙыҡ, окоп шәмдәре әҙерләйбеҙ. Теге юлы 250-не ебәргәйнек, быныһында ла шунсама әҙерләнек.  Аҡсалата ла ярҙам итәбеҙ. Ауыл халҡы менән бергә 50 меңгә яҡын аҡса йыйып тапшырҙыҡ. Бынан тыш, һалма йәйәбеҙ, сәксәк бешерәбеҙ, тушенка эшләйбеҙ, ҡорот киптерәбеҙ.  Маскировкалау селтәрҙәрен үрергә килеүселәр күбәйеп, хатта урын булмай киткән мәлдәр ҙә була.  Мәҙәниәт йорто ирекмән-активистарҙан  ҡайнап тора. Ауылдаштарға рәхмәт, береһе лә юҡ тимәй. Һәр кем ҡулынан килгәнсе ярҙам итергә тырыша,  - ти Зөлфиә апай.

 

Мәҡәлә тулыраҡ гәзиттең 16-сы һанында

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас