Башҡортостандың 20-нән ашыу предприятиеһы махсус хәрби операция ветерандарын эшкә урынлаштырырға әҙер. Был хаҡта бөгөн Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы махсус операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү буйынса ведомство-ара комиссияһы ултырышында билдәле булды, тип хәбәр итә республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе, Өфө агрегат производство берекмәһе, Башҡортостан сода компанияһы, «Гидравлика» предприятиеһы, «Алексеевка» агросәнәғәт комплексы кеүек компаниялар эшкә алырға әҙер. Эш биреүселәр исемлеген «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының республика филиалы әҙерләй. Уның менән хеҙмәттәшлек тураһында тейешле килешеү ҙә төҙөлә. Был исемлек яңыртылып тора.
Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – спорт министры Руслан Хәбибов фронттан ҡайтҡан хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең «эшкә урынлашырға ғына түгел, ә лайыҡлы эш хаҡы менән эшләргә һәм үҙ урынын табырға тейеш»леген билдәләне.
Бынан тыш, Башҡортостанда махсуслаштырылған вакансиялар йәрминкәһе ойошторола. Улар халыҡ мәшғүллеге үҙәктәрендә, шулай уҡ мәҙәни-ял итеү үҙәктәрендә үткәрелә, ветерандарға консультациялар биреү ҡаралған.
Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Юрий Мельников һүҙҙәренсә, 2022 йылдан МХО-нан демобилизацияланған 322 яҡташыбыҙ эшкә урынлаштырыуҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Уларҙың 171-е эш тапҡан. Әле 46-һы мәшғүллек үҙәктәрендә иҫәптә тора.
Комиссия ултырышында белем биреү йәһәтенән ярҙам саралары ла тикшерелде. Бөгөн Башҡортостанда был йүнәлеш буйынса саралар комплексы ғәмәлгә ашырыла. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балаларын – студенттарҙы дөйөм ятаҡтарҙа урындар менән тәьмин итеү, миҙгелле йәки йыл әйләнәһенә уларҙың ялын ойоштороу, мәктәп уҡыусыларын, көндөҙгө бүлектә уҡыған студенттарҙы бушлай ҡайнар аш менән тәьмин итеү һәм башҡа саралар бар.
Хәбәр иткәнебеҙсә, 2025 йылда МХО-ла ҡатнашыусыларҙы дауалауға 100 миллион һум бүлеү планлаштырыла.