Барыһы ла Еңеү өсөн
17 Февраль 2025, 16:18

Яугир Генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

   

Яугир  Генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләндеЯугир  Генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде
Яугир Генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, танк батальонының эвакуация бүлексәһе командиры Мөҙәрис Аҫылбаев Башҡортостан Башлығы указы менән генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде. Яҡташыбыҙға дәүләт наградаһын Радий Хәбиров тапшырҙы.

«Мөҙәрис Ғәфүр улы күптән яуҙа ҡатнаша, бер нисә тапҡыр наградланған. Ҡотлайбыҙ», — тине Радий Хәбиров.

Мөҙәрис Аҫылбаев сығышы менән Күгәрсен районынан.

2024 йылда ул Мәскәүҙә Еңеү парадында ҡатнашты. Яугир махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар менән бергә Ҡыҙыл майҙан буйлап үтте. 

 
 
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас