Башҡортостандан МХО-ла ҡатнашыусыларҙың 3 йәшкә тиклемге балалары өсөн «Һөт кухняһы» продукцияһын бушлай биреү ҡаралған. Һөт ризыҡтарын шулай уҡ йөклө ҡатындар һәм бала имеҙгән әсәләргә лә алырға була.
Ташламаны юллау өсөн түбәндәге документтар кәрәк:
- хәрби комиссариаттан белешмә;
- поликлиниканан белешмә;
- ғариза биреүсенең паспорты;
- баланың тыуыу тураһындағы таныҡлығы;
- никах тураһында таныҡлыҡ.
️ Ғаризаны:
- яҡындағы «Һөт кухняһы»ның таратыу пунктында;
- Күп функциялы үҙәк офисында бирергә мөмкин.
Һөт ризыҡтары таратыу пункттарының адрестары һәм эш сәғәттәре – һылтанма буйынса: vk.cc/cyNbk4. Ошонда уҡ документтар юллау тәртибе менән дә танышырға мөмкин.
Һорауҙарығыҙ булһа, +7 (347) 246-55-01 номерына шылтыратып белешә алаһығыҙ.