Федоровка ауылында теген машиналарының геүе тынмай. Ир-егеттәргә һәм ҡатын-ҡыҙҙарға ҙур теләк менән үҫмерҙәр ҙә ҡушылды. Ваҡытлыса оҫтаханаға әйләнгән ауыл клубында берҙәмлек һәм үҙ-ара ярҙам мөхите хөкөм һөрә. Был юрғандарҙың яугирҙәребеҙҙең ғүмерен һаҡлап ҡала алыуын аңлап, һәр кем үҙ хеҙмәтенең мөһимлеген аңлай. Эш иртәнән кискә тиклем ҡайнай, һөҙөмтәлә алғы һыҙыҡҡа йүнәлтеләсәк антидронлы "Өмөт юрғандары"ның һаны артҡандан арта бара. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, ауыл халҡы "Айыҡ ауыл" республика конкурсының муниципаль этабында еңгән 100 000 һум аҡсаны тулыһынса яугирҙәргә бирергә ҡарар итеп, дронға ҡаршы юрғандар тегеү өсөн тауар һатып алды. Юрғандарҙы тегеү ауыл клубында ойошторолоп, изге эшкә теләге булған һәр кем ҡушыла. Әлеге көндә дөйөм көс менән йөҙгә яҡын дронға ҡаршы юрғандар тегелгән дә инде. Ҡара төнгә тиклем тынмай эш. Айырыуса ир-егеттәрҙең, йәштәрҙең ҙур әүҙемлек күрһәтеүе иғтибарға лайыҡ.
#ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #курултай #ХәйбуллаРайоны #ХайбуллинскийРайон #ТрезвоеСело2024 #АйыҡАуыл2024 #ФСГО #ФондГрантов
Сығанаҡ: Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы