Бөтә яңылыҡтар
10
МХО-лағыларға ярҙам
5 Февраль , 19:49

Ҡурай алған яугир бүләк ебәреүсене килеп тапты

    

Ҡурай алған яугир бүләк ебәреүсене килеп тапты
Ҡурай алған яугир бүләк ебәреүсене килеп тапты

Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан «Бәрхәт» позывнойлы яугир үҙенә ҡурай ебәргән Темәс ауылы егете менән осрашты. Илнар бөгөн Сибай ҡалаһында күп профилле колледжда уҡый.

Яугир Илнарға ҙур рәхмәтен белдереп, күстәнәстәр тапшырҙы. Яуҙа яуҙаш, юлда юлдаш итеп һәр ваҡыт ҡурайын бергә алып йөрөгән «Бәрхәт»кә именлек, һаулыҡ теләйбеҙ!

Имен-һау, Еңеү менән ҡайтығыҙ, егеттәр!

Сығанаҡ: "Һаҡмар" гәзите

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: