Йәнтеш ауылы халҡы, ир-егеттәренең әүҙемлеге күптәр өсөн өлгө булып тора.Төрлө йүнәлештә башланған эштәр оҙаҡ ваҡыт дауамында алып барыла, яңынан яңы йүнәлештәр өйрәнелеп үҙ ителә.
Бөгөнгө осрашыуҙы ошо ауылда башлап ебәреү башҡа ауылдарҙан да ир егеттәрҙең яу яланында йөрөгән егеттәребеҙгә ярҙам күрһәтеүсе әүҙемләштереп ебәреп,уларға ныҡлы терәк булыу маҡсатында үткәрелде.Әлбиттә уртаға һалып һөйләшеп,ниндәйҙер һығымта яһап,үткәрелгән мастер кластарҙан тәжрибә туплап эште дауам итеү кәрәк.
Осрашыуҙа беҙҙең төркөм етәкселәре,гуманитар ярҙам оҙатып барыусы райондаштарыбыҙ , Йәнтеш, Атингән, Ивановка, Ғәлиәхмәт, Федоровка, Әбеш, Вәзәм, Әбүбәкер ауылдарынан һәр эштә лә актив ҡатнашыусы ир-егеттәр ҡатнашты. Оло рәхмәтебеҙҙе Йәнтеш ауылы халҡына,ошо сараны ойоштороусы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә еткерәбеҙ!