Бөтә яңылыҡтар
10

Көсөбөҙ - берҙәмлектә!

Байғусҡар ауыл китапханаһында ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яҡташыбыҙ, Украиналағы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы «Башҡорт» позывнойлы яугир менән осрашыу үтте. 

Көсөбөҙ - берҙәмлектә!
Көсөбөҙ - берҙәмлектә!

Байғусҡар ауыл китапханаһында Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар йылы һәм Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылы   сиктәрендә ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яҡташыбыҙ, Украиналағы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы «Башҡорт» позывнойлы яугир менән осрашыу үтте.  Бер йыл элек ҡыйыу яҡташыбыҙ РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөй һәм хәҙерге ваҡытта Ватаныбыҙҙы яҡлап, хәрби бурысын намыҫлы үтәй.

Осрашыу барышында яугир махсус операцияның мөһим әһәмиәте, хәрби хәлдәр, көнкүреш шарттары, хеҙмәттәштәренең батырлығы һәм ҡаһарманлығы тураһында һөйләне. Шулай уҡ хәрбиҙәрҙе Тыуған илгә һөйөү, яҡындарын яҡлау теләге этәрә, ә бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға халыҡтың ҙур ярҙамы һәм еңеүгә ышанысы булышлыҡ  итә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.    

Сараға яугирҙың ҡатыны, Садовый ауыл китапханаһы хеҙмәткәре, район активисы, «Тыуған тыл. Хәйбулла» төркөмө ирекмәне Римма Исҡужина саҡырылған. Ул яҡташыбыҙға хәйбуллаларҙың ирекмәнлек эшмәкәрлеге, МХО-ла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам ойоштороу тураһында һөйләне. «Ошо саҡырыуҙы ҡабул иткәнегеҙ һәм бөгөн Ватаныбыҙҙы яҡлағанығыҙ өсөн рәхмәт!», - тип яугирға «Чебурашка» талисманын тапшырҙы.

Артабан сәләмләү һүҙе менән ауыл старостаһы Кәбир Баймырҙин сығыш яһаны, ул батырлығы, сыҙамлығы һәм патриотизмы өсөн яҡташыбыҙға рәхмәт әйтте, хәрби өлкәлә уңыштар теләне.

Сарала ҡатнашыусылар ҡунаҡҡа төрлө һорауҙар бирҙе: улар ҡайҙа йәшәй, нимә менән туҡлана, ниндәй ҡорал тота, бронежилеттың ауырлығы күпме, һалдаттар посылкалар һәм балалар хаттары аламы һәм башҡалар.

Осрашыу барышында «Берҙәмлектә көс» китап күргәҙмәһендә тәҡдим ителгән китаптар ҡаһарманлыҡ, халҡыбыҙҙың Ватан хаҡына ҡылған батырлыҡтары тураһында һөйләй.

Сара йылы дуҫтарса шарттарҙа үтте. Ауылдаштары яугирға ҡыҙыҡлы осрашыу өсөн рәхмәт белдерҙе, уңышлы хеҙмәт итеүен һәм тиҙерәк еңеү менән  имен-һау ҡайтыуын теләне.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һәр бер яугир "Герой" тигән исемгә лайыҡ. Сөнки улар тыуған ил, беҙ тыныслыҡта, матур тормошта йәшәһен өсөн көрәшә.Тиҙерәк илдә тыныслыҡ урынлашып, барлыҡ егеттәребеҙ иҫан-һау ҡайтыуын теләйбеҙ. Бөгөн осрашыуға килгән геройыбыҙға һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә бәхете, именлек теләп ҡалабыҙ.

Көсөбөҙ - берҙәмлектә!
Көсөбөҙ - берҙәмлектә!
Көсөбөҙ - берҙәмлектә!
Көсөбөҙ - берҙәмлектә!
Автор:Зилиә Абдрахманова
Читайте нас: