ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
26 Августа , 16:06

Башҡортостан табибы Хургада курортына осҡан самолетта пассажирҙы ҡотҡарған

  

Башҡортостан табибы Хургада курортына осҡан самолетта пассажирҙы ҡотҡарғанБашҡортостан табибы Хургада курортына осҡан самолетта пассажирҙы ҡотҡарған
Башҡортостан табибы Хургада курортына осҡан самолетта пассажирҙы ҡотҡарған

Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 21 августан 22-һенә ҡарай төндә Өфө — Хургада рейсында бер пассажир аңын юғалта, ҡан баҫымы ныҡ түбәнәйә. Бәхеткә, бортта табип-анестезиолог-реаниматолог Илгиз Мостафин була, ул ҡатынға тейешле ярҙам күрһәтә.

Табип тиҙ арала пассажирҙың хәлен тотороҡландырыуға өлгәшә. Илгиз Флорис улының ваҡытында ярҙамға килеүе һөҙөмтәһендә осошто туҡтатыу талап ителмәй.

Пассажир күҙәтеү аҫтында була, самолет Хургада аэропортына имен-аман килеп төшә.

«Илгиз Флорис улы өсөн был тәүге осраҡ түгел: быға тиклем дә уға самолетта пассажирға медицина ярҙамы күрһәтергә тура килде. Һәр осраҡта— дауахана стеналарында ғына түгел, бер нисә мең метр бейеклектә лә үҙ һөнәренең оҫтаһы булып ҡалған табиптарыбыҙ менән ғорурланабыҙ», — тип белдерҙеләр дауаханала.
ФОТО: БР ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ МИНИСТРЛЫҒЫ | МАТБУҒАТ ХЕҘМӘТЕ
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас