ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
26 Июня , 10:32

Һаулыҡ һағында – 90 йыл

Хәйбулла районы һаулыҡ һаҡлау системаһы үҙенең юбилейын билдәләне!

Һаулыҡ һағында – 90 йылҺаулыҡ һағында – 90 йыл
Һаулыҡ һағында – 90 йыл

90 йыллыҡ юбилейын билдәләгән үҙәк район дауаханаһының быуатҡа торошлоҡ тарихы, даны, кеше һаулығы, ғүмере хаҡына атҡарған баһалап бөткөһөҙ эштәре бар.

 Район мәҙәниәт йортона тиҫтә йылдар дауамында үҙҙәрен иң мөһим эшкә – район халҡының һаулығын һаҡлауға бағышлаған аҡ халатлылар йыйылды. Сарала ҡатнашыусылар араһында һаулыҡ һаҡлау системаһына нигеҙ һалған ветерандар, әлеге көндә армай-талмай халыҡ сәләмәтлеге һағында торған табиптар, шәфҡәт туташтары һәм бөтә медицина персоналы булды. Тантананы медицина хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән концерт номерҙары биҙәне, улар үҙҙәренең һөнәри оҫталыҡтарын ғына түгел, ижади һәләттәрен дә күрһәтте. Фойела Хәйбулла районының һаулыҡ һаҡлау системаһында юғары класлы белгестәрҙең генә түгел, ысын ижади шәхестәрҙең дә эшләүен раҫлаған күргәҙмә ойошторолдо.

Тантаналы сара барышында райондың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн бер төркөм медицина хеҙмәткәрҙәренә “Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау отличнигы” билдәһе,  БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары, РФ Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзының республика ойошмаһының Рәхмәт хаттары, Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының Почет грамоталары тапшырылды.

Күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының табип акушер-гинекологы Фируза Әминева “РФ һаулыҡ һаҡлау отличнигы” билдәһе менән бүләкләнде.  Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының табип-фтизиатры Миҙхәт Ҡыҙрасов   һәм  “Һаҡмар” республика шифаханаһының табип-физиотерапевты Миңлегөл Торомтаева “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы” маҡтаулы исеменә лайыҡ булды.

Һаулыҡ һағында – 90 йыл
Һаулыҡ һағында – 90 йыл
Һаулыҡ һағында – 90 йыл
Һаулыҡ һағында – 90 йыл
Һаулыҡ һағында – 90 йыл
Һаулыҡ һағында – 90 йыл
Һаулыҡ һағында – 90 йыл
Һаулыҡ һағында – 90 йыл
Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас