ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
23 Июня , 10:20

Ҡотҡарыу өсөн йөрәген туҡтатып торалар...

4-се стадиялағы яман шеш менән сирләгән ҡатынды айҙар буйы ауыртыу яфалай.  Һәм бына Өфө табиптары уға уникаль операция яһаны.

Ҡотҡарыу өсөн йөрәген туҡтатып торалар...Ҡотҡарыу өсөн йөрәген туҡтатып торалар...
Ҡотҡарыу өсөн йөрәген туҡтатып торалар...

Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы белгестәре, Волга буйы федераль округында беренселәрҙән булып, бөйөргә һәм йөрәккә бер юлы операция яһау ысулын уңышлы ҡулланды.

Университет ректоры, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы, профессор Валентин Павлов етәкселегендәге  табиптарҙың мультидисциплинар бригадаһы 4-се стадиялағы бөйөр яман шешенә дусар пациенттың ғүмерен ҡотҡарҙы.   

Өҫтәүенә йөрәккә илтеүсе тамырҙа шеш тромбы булыуы хәлде ҡатмарлаштыра. Был осраҡтың үҙенсәлеге – тромбтың йөрәк ҡыуышлығына тиклем таралыуы.

–Быға тиклем  бындай ауырыуҙарҙың ғүмерен ҡотҡарып ҡалып булмай ине. Операцияны йөрәк эшмәкәрлеген туҡтатып, яһалма ҡан әйләнешен ҡулланып яһау технологиялары бары эре федераль кардиология һәм онкология үҙәктәрендә башҡарылды. Волга буйы федераль округында был операцияны беҙ тәүгеләрҙән булып яһаныҡ, – тине Валентин Павлов.

Пациентың үҙе өсөн дә был операция ысын мәғәнәһендә мөғжизә була. Айҙар буйы уны яфалаған ауыртыуҙар сигенә бара. Әле Татьяна клиниканың реабилитация бүлексәһендә тергеҙеү курсын үтә.

 

Фото: Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы сайтынан.

Автор:Дина Арсланова

Автор:
Читайте нас