

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 22– 28 июндә Наркотик матдәләр ҡулланыуҙы иҫкәртеү аҙнаһы үткәреүҙе иғлан итте.
Наркотиктар ҡулланыу һәм уға бәйлелек һаман да хәҙерге замандың етди проблемаларының береһе булып ҡала.
Наркотиктар нервы системаһына тәьҫир итеп, кешенең аңын үҙгәртеүгә һәләтле. Был ағыулы матдәләрҙең бөтәһе лә баш мейеһендә барған химик процестарҙа ҡатнаша һәм уларҙы үҙгәртә, бәйлелек үҫешенә килтерә. Кешенең даими рәүештә психоактив матдәләрҙе “тәмләгеһе” килеп тора.
Наркомания – психоактив матдәгә тотоп тыйғыһыҙ әүәҫлек, уны яңынан-яңы татыуға ынтылыш. Уның төп билдәләре: наркотикка күнегеү, дозаны арттырырға һәм йышыраҡ ҡулланырға тырышыу, наркотиктан физик бәйлелек барлыҡҡа килеүе йәғни сираттағы доза булмағанда абстинентлы сндром (“ломка” тип тә атайҙар) башланыуы.
Бөтә психоактив матдәләр ҙә – ағыу. Мейе күҙәнәктәре һәләк булыуы арҡаһында наркомандың уйлау һәләте боҙола, интеллекты һәм хәтере түбәнәйә. Организмда бөтә ағыулы матдәләр бауыр ярҙамында зарарһыҙландырыла, наркотиктар ҡабул итеү уның күҙәнәктәрен һәләк итә һәм цирроз үҫешә. Наркомандарҙың йөрәк мускулдары бик тиҙ “туҙа”, иммунитеты ҡаҡшай. Наркотиктар ҡулланыу психиканы үҙгәртә, кеше үҙ эсенә йомола, хис-тойғолары ярлылана, хәрәкәтләнеүе боҙола. Дөйөм энәләрҙән файҙаланыу һәм енси гигиенаның булмауы арҡаһында улар йыш ҡына бер-береһен В һәм С гепатиттары, сифилис һәм ВИЧ-инфекция менән зарарлай. Наромандарҙың күпселеген 35 йәшкә тиклемге йәштәр тәшкил итә. Улар үҙҙәренең тоҙаҡҡа нисек эләгеүҙәрен һиҙмәй ҙә ҡала. Үҙҙәренең “өлкәнәйеүен”, бер кемдән дә кәм йәки бәйле булмауын раҫлау һәм “компания өсөн” ымһындырғыс ағыуҙы тәмләргә ашыға. Наркоман үҙенең күпселек социаль бәйләнештәренән ҡолаҡ ҡаға. Элекке дуҫтары шәхес булараҡ юҡҡа сыға барған иптәшенән ситкә тайпыла башлай, мәнфәғәттәр ҡырҡа айырыла. Наркотиктар ҡулланыу бик тиҙ үлемгә алып килә. Әгәр ҙә үҫмер наркотик ҡуллана башлаған икән, уны тиҙерәк медицина ойошмаһына килтереү һәм бәйлелектән ҡотолдороу сараһын күрергә кәрәк. Кешеләр наркотик ҡулланыуҙың хәүефе тураһында мәғлүмәтле булырға тейеш.
Наркотиктар ҡулланыу буйынса хәүеф төркөмөндә эштәре ҡаты дисциплина, нервы көсөргәнешлеге, оҙайлы эш көнө, ялдың насар ойошторолоуы менән бәйле кешеләрҙең тороуы ихтимал. Шулай уҡ тотороҡло эше булмаған, насар нәҫел һыҙаттарына, психиатрия һәм наркология диагноздарына эйә ғаиләлә йәшәгәндәр ҙә юлыға. Был хаҡта психиатр-нарколог Татьяна Старостина хәбәр итә.
Әммә был “кеше мотлаҡ наркотиктар менән мауығасаҡ”, тигән һүҙ түгел. Барыһы ла ғаиләләге хәлдән, уларҙың мөнәсәбәтенән тора. Белгестең әйтеүенсә, Башҡортостанда, бөтә илдәге кеүек үк, эскеселәр һәм психоактив матдәләр ҡулланыусыләр һаны аҙая бара. Әммә наркотиктар менән бәйле психоздар артыуы күҙәтелә, синтетик каннабиноидтар йышыраҡ тарала. Был матдәләр бик тиҙ бәйлелек тыуҙыра, уларҙы ҡулланыу ауыр психотик хәлгә килтерә, кеше һаташа, галлюцинациялар башлана, унан сығыуы ғәмәлдә мөмкин дә түгел.
Синтетик каннабиноидтар химиктар тарафынан уйлап сығарылған. Уларҙан йышыраҡ 30-40 йәшлектәр файҙалана, өлкәнерәктәрҙең дә ҡулланыуы ихтимал, сөнки “синтетика” менән ремиссияла булған наркомандар мауыға.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.