ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
15 Июня , 16:57

Иң мөһиме - тиҙлек һәм сифат

Башҡортостанда йөрәк һәм ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән сирләгән пациенттарға өс кимәлле ярҙам системаһы эшләй. 

Иң мөһиме - тиҙлек һәм сифатИң мөһиме - тиҙлек һәм сифат
Иң мөһиме - тиҙлек һәм сифат

Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә республикала йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына ҡаршы көрәш системаһын үҫтереү тикшерелде.

Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итеүенсә, Башҡортостандың кардиология хеҙмәте нигеҙендә – өс кимәлле ярҙам күрһәтеү системаһы. Беренсе этапта табиптар диспансеризация, иҫкәртеү тикшереүҙәре һәм амбулатор ҡабул итеүҙәр ваҡытында хәүеф һәм ауырыу факторҙарын асыҡлай. Икенсе кимәлдә пациенттар дауаланған һәм күҙәтелгән махсус кардиология һәм ҡан тамырҙары бүлексәләре эшләй. Өсөнсө этапта юғары технологиялы ярҙам күрһәтелә, шул иҫәптән республика кардиология үҙәге базаһында, унда ҡатмарлы операциялар, хатта йөрәк трансплантацияһы үткәрелә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Республика кардиология үҙәгенең яңы хирургия корпусы Өфөлә 2025 йылдың июнендә Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡатнашлығында асылды.

Һаулыҡ һаҡлау министры билдәләүенсә, эштең мөһим йүнәлеше – пациенттарҙы һанлы оҙатыу. Һәр кеше өсөн индивидуаль күҙәтеү һәм дарыуҙар планы төҙөлә, ә медицина мәғлүмәт системалары дауалауҙың һөҙөмтәлелеген контролдә тоторға һәм терапияны ваҡытында төҙәтергә ярҙам итә.

Кардиология хеҙмәтенең һөҙөмтәлелегенең төп күрһәткестәренең береһе – пациентты махсус стационарға килтереү тиҙлеге. Төбәк ҡан тамырҙары үҙәктәре селтәрен үҫтереү, ашығыс ярҙам эше һәм халыҡты миокард инфарктының тәүге билдәләре тураһында хәбәр итеү арҡаһында симптомдар барлыҡҡа килгәндән һуң тәүге ике сәғәт эсендә профилле учреждениеларға килгән кешеләр һаны арта.

Алыҫ биләмәләрҙә йәшәүселәр өсөн күсмә кардиологик ярҙамды Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса йыл һайын үткәрелгән “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы сиктәрендә “Сәләмәтлек поездары” күрһәтә.

Төбәк етәксеһе халыҡҡа диспансерлаштырыуҙың мөһимлеге һәм йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары хәүефе факторҙарын иртә асыҡлау тураһында мәғлүмәт биреү кәрәклеген билдәләне.

– Заманса кардиология үҙәктәре булдырабыҙ, диагностика һәм дауалау системаһын үҫтерәбеҙ, яңы технологиялар индерәбеҙ. Әммә кеше үҙ һаулығы өсөн нимә яуаплы икәнен үҙе аңламайынса, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары мәсьәләһен тулыһынса хәл итеп булмай, – тине Радий Хәбиров. – Бөгөн тикшереү, диспансеризация үтеү, белгестәрҙең тәҡдимдәрен алыу өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас