

Ике йәшлек бала тәңкә йотҡан. Ата-әсәләр өсөн был әлбиттә ҡот осҡос мәл, ә беҙҙең табиптар өсөн — ашығыс һәм бик теүәл эш итеүгә сигнал.
Сабыйға ярҙамға хирургия бүлеге мөдире, юғары класлы табип-эндоскопист Вилнур Һәүбәнов килә. Ысын ювелир эш алып барып, ул заманса эндоскопия ҡорамалдары ярҙамында хәүефле предметты сығара алған. Табиптың оҫталығы һәм операцион команданың килешеп эш итеүе арҡаһында, ҡатмарлы процедура тәнде йәрәхәтләнмәйенсә үтә. Был сабыйҙың бик тиҙ аяҡҡа баҫыуына гарантия бирә!
Хәҙер бала иҫенә килгән, үҙен яҡшы тоя, йылмая һәм табиптарыбыҙҙың һиҙгер күҙәтеүе аҫтында тора. Иң мөһиме - уның һаулығына башҡа бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс янамай!
⚠️ Бөтә ата-әсәләргә мөһим иҫкәртеү!
Балалар донъяны «тәмен белеп» өйрәнәләр, һәм был ҡайһы саҡта хәүефле хәлдәргә килтерә. Әгәр ҙә һеҙ балағыҙ сит әйбер (тәңкә, батарейка, магнит йәки уйынсыҡ детален) йотҡан тип шикләнһәгеҙ:
❌ Бер нисек тә уны үҙаллы бармаҡтар йәки пинцет менән сығарырға тырышмағыҙ.
❌ Ҡоҫорға мәжбүр итмәгеҙ һәм әйберҙе ризыҡ (мәҫәлән, икмәк ҡаты) менән «этәрмәгеҙ» — был уны тын юлдарына этәрергә йәки ашҡаҙанды йәрәхәтләргә мөмкин.
📞 Тиҙ арала квалификациялы медицина ярҙамына мөрәжәғәт итегеҙ! Бындай хәлдәрҙә ваҡыт — төп союздаш.
Балаларығыҙҙы һаҡлағыҙ, ә беҙҙең табиптарға — алтын ҡулдары һәм ҡотҡарылған ғүмерҙәр өсөн ҙур рәхмәт!
фото:Аҡъяр үҙәк район дауаханаһы