

Район үҙәк дауаханаһында ла пациенттарына яғымлы ҡарашлы, ихтирамлы булған медицина хеҙмәткәрҙәре бихисап. Хеҙмәттәштәренең, райондаштарының ихтирамын яулап, утыҙ биш йыл үҙәк район дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләгән Альбина Сәмиғулла ҡыҙы Ярбулова ла улар рәтендә. Уның иңендә меңәрләгән рентген һүрәттәре, алыҫ ауылдарға йөҙәрләгән патронаждар һәм пациенттарҙы даими рәүештә һаулыҡ өсөн мөһим булған дарыуҙар менән тәьмин итеү хәстәрлеге тора.
Альбина Ярбулова Ишмөхәмәт ауылында уҡытыусы-фронтовик Сәмиғулла Ҡорман улы һәм тыл хеҙмәтсәне Шәмсикәмәр Хисам ҡыҙы Ярбуловтарҙың күп балалы ғаиләһендә донъяға килгән. Һамар мәктәбен тик яҡшы билдәләргә тамамлаған ҡыҙ баш ҡалабыҙ Өфөгә технология техникумына уҡырға инергә тип, юл тота. Әммә барыһы ла көтөлмәгәнсә хәл ителеп ҡуя, 1-се медицина училищеһының ҡабул итеү комиссияһында эшләгән йөрөгән иптәш ҡыҙы, әйҙә беҙгә уҡырға кил, тип өндәй. Ҡабул итеү экзамендарын уңышлы тапшырғандан һуң, Альбина Сәмиғулла ҡыҙы фельдшерҙар әҙерләү бүлегенең студенты булып китә. Көслө педагогтарҙың ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс һәм төплө белем биреүҙәре, тәүге күнекмәләр уның күңелен тулыһынса яулап ала һәм ул буласаҡ һөнәренә ғашиҡ булып, тырышып белем эстәй.
1991 йылда ҡулына диплом алған йәш белгес тыуған яғына эшкә ҡайта һәм хеҙмәт юлын хирургия бүлегенең операция блогында башлай. Артабан өс йыл Аҡнаҙар, Савельевка һәм Әбүбәкер ауылдарында алмаш фельдшер булып эшләй.
«Һәр бер ауылдың үҙ фельдшеры була торғайны, барыһы ла тиерлек – йәштәр. Күп тапҡыр ҡулланыла торған шприцтарҙы даими ҡайнатып, бөтә стерилләштереү этаптарын үткәрәбеҙ. Халыҡ район үҙәгенә йөрөп ыҙаламаһын өсөн, кәрәкле дарыуҙарҙы урында уҡ һата торғайныҡ. Әгәр ҙә ауырыуҙы ашығыс рәүештә дарыуханаға алып барырға кәрәк булһа, машина эҙләйбеҙ, йә булмаһа оло юлға сығып, үткән-һүткән машиналарға ҡул күтәреп тора инек. Шулай ҙа был ғәжәп дәртле, яуаплы һәм ниндәйҙер кимәлдә күңелле лә ваҡыттар булып иҫтә ҡалған», - тип хәтирәләргә бирелә Альбина Сәмиғулла ҡыҙы.
Үҙ эшенә яуаплы ҡараған шәфҡәт туташы 1994 йылда Өфөлә һөнәри әҙерлек үтеп ҡайтҡандан һуң, рентгенлаборант булып эшкә тәғәйенләнә. Был зыянлы өлкәлә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре буйынса ҡатын-ҡыҙға 7 йыл эшләргә мөмкин, һөнәренә бар күңелен һалып башҡарған Альбина Ярбулова «күренмәй торған нурҙар» менән ике тапҡырға күберәк, 15 йыл эшләй. Ул ошо йылдарҙа бергә эшләгән остаздарын табип Рафиҡ Ҡаҙаҡҡолов, коллегалары Сәйфулла Таһиров һәм Валентина Юшиналарҙы бик хөрмәтләп телгә ала.
Һәр нәмәлә бөхтәлек, теүәллек яратҡан Альбина Сәмиғулла ҡыҙы 2014 йылдан алып иң ауыр һәм иң ҡатмарлы булған яуаплы участкала – льготалы дарыуҙар тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса шәфҡәт туташы вазифаһын башҡара. Төрлө кәрәкле отчеттар тултырыу менән бер рәттән, заявка ҡалдырыу, пациенттың мәғлүмәттәрен регистрға индереү һәм иң мөһиме ауыр сирле кешегә кәрәкле дарыу ваҡытында килеп етеүенә бар көсөн һала ул.
Үҙ эшен намыҫлы башҡарған, пациенттар, хеҙмәттәштәре араһында абруй һәм хөрмәт яулаған Альбина Ярбулова Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары һәм Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән. Лайыҡлы хеҙмәте өсөн «Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау отличнигы» исеме бирелгән.
Үҙ булмышын, бөтә ғүмерен һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә бағышлаған шәфҡәт туташтары ысын мәғәнәһендә һоҡланыу тойғоһо уята. Изге күңелле, кеше ғүмере һәм һаулығына битараф булмаған, һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер торған мәрхәмәтле һөнәр эйәләренә оло рәхмәтебеҙҙе белдәребеҙ, ныҡлы һаулыҡ, эштәрендә уңыштар, сабырлыҡ һәм ғаилә именлеге теләйбеҙ.