

Шаршамбы, 27 майҙа, Ҡорбан байрамы көнөндә, республиканың медицина учреждениелары махсус расписание буйынса эшләй. Был хаҡта республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр.
Поликлиникалар иртәнге сәғәт 8-ҙә асыла һәм киске 5-кә тиклем эшләй. Табипты сәғәт 4-кә тиклем саҡыртырға мөмкин. Грипп, ОРВИ һәм COVID-19 билдәләре булған пациенттарҙы иртәнге сәғәт 8-ҙән көндөҙгө 4-кә тиклем фильтр-бокстарҙа ҡабул итәләр.
Ҡатын-ҡыҙҙар консультациялары иртәнге сәғәт 8-ҙән көндөҙгө 4-кә тиклем асыҡ. Ошо уҡ ваҡытта йөклө ҡатын-ҡыҙҙар УЗИ-скрининг үтә ала.
Неонаталь һәм киңәйтелгән неонаталь скрининг өсөн өсөн яңы тыуған сабыйҙарҙың биоматериалдарын түбәндәге адрес буйынса ҡабул итәләр: Өфө ҡалаһы, Чернышевский урамы, 41-се йорт.
Хәбәр иткәнебеҙсә, Башҡортостанда йәшәүселәрҙе аҙна уртаһында өҫтәмә ял көнө көтә.
Автор: ӘЛФИӘ ӘҺЛИУЛЛИНА