ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
14 Мая , 04:29

Йөрәк иғтибарға мохтаж

Тын ҡыҫылһа, ҡан баҫымы 140/90 күрһәткесенән дә артһа, мотлаҡ “ашығыс ярҙам” саҡыртығыҙ. Ҡан баҫымы даими рәүештә 135/85 күрһәткесенән күтәрелһә, баш ауыртһа, күҙ алдында “себендәр” осҡандай тойолһа, ҡолаҡ тонһа, участка табибына медицина тикшереүе үтергә барыу өсөн сәбәп бар.

Йөрәк иғтибарға мохтажЙөрәк иғтибарға мохтаж
Йөрәк иғтибарға мохтаж

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, 17 майҙа үтәсәк Бөтә донъя артериаль гипертония менән көрәш көнө айҡанлы, Артериаль гипертония менән көрәш һәм табип тәғәйенләгән терапияны үтәү аҙнаһы иғлан итте. Сара “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы үткәрелә.

Артериаль гипертензия – йөрәк-ҡан тамырҙарынан үлем осраҡтарының төп сәбәбе. Ул даими контроль талап итә. Табип тәғәйенләгән гипотензив препараттарҙы даими ҡулланыу сирҙе һөҙөмтәле иҫкәртеү шарты булып тора. Ҡан баҫымын үҙ аллы үлсәү контролде көсәйтә һәм дауалау тәьҫирлелеген арттыра. Тоҙ ҡулланыуҙы кәметеү, тән ауырлығын контролләү һәм физик әүҙемлекте арттырыу шулай уҡ ҡан баҫымы кимәлен түбәнәйтә.

Республика кардиология үҙәгенең баш табибы Ирина Евгеньевна Николаева үҙенең йөкмәткеле әңгәмәләре, кәңәштәре менән уҡыусыларыбыҙға яҡшы таныш. Бөгөн ул кардиология өлкәһендәге яңылыҡтар, ҡаҙаныштар менән таныштырыуҙан тыш, сирҙең ҡайҙан, ниндәй сәбәпле килеп сығыуын миҫалдарҙа аңлатты.

– Башҡортостанда диагноздарҙың дүрттән бер өлөшө йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына тура килә. Әммә күпселек осраҡта уларҙы булдырмаҫҡа йәки һуңғараҡ осорға ҡалдырырға мөмкин булыр ине, – тине Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш кардиологы, Рәсәй кардиология йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе рәйесе, Рәсәй Һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре кандидаты Ирина Николаева. – Башҡортостанда ла Рәсәйҙәге кеүек йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарының таралыуы 20 проценттан 30 процентҡа тиклем тирбәлә. Ауырыуҙар структураһында төп урынды артериаль гипертония (46%), цереброваскуляр сирҙәр (27%), йөрәк ишемияһы (14,7%) алып тора. Кардиологтар яңы асыҡланған сирҙәр иҫәбенә, айырыуса иртә осорҙа, сирлеләр өлөшөнөң артыуын һәр саҡ яҡшы күренеш тип иҫәпләй. Мәҫәлән, артериаль гипертонияны бик иртә мәлдә асыҡларға кәрәк. Әлегә ағзалар зарарланып өлгөрмәгән була, бары ҡан баҫымының күтәрелеүе генә (130-ҙан юғары) сир башланыуын иҫкәртә. Беҙ бындай осраҡта үҙ ваҡытында тейешле дауа билдәләйбеҙ, ҡан баҫымын нормаға килтерәбеҙ. Иртә дауалай башлағанда өҙлөгөүҙәр барлыҡҡа килмәй, ә һеҙ уларҙың организм өсөн нисек хәүефле булыуын беләһегеҙ – инфаркт, инсульт, йөрәк ритмы боҙолоуы...

Күп бәләләрҙең башында торған артериаль гипертония йыш осрай. Икенсе урында – йөрәк ишемияһы. Өсөнсө урында – кардиомиопатиялар, тыумыштан йәки барлыҡҡа килгән йөрәк кәмселектәре һәм башҡа йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре. Кем йышыраҡ ауырый, ҡатын-ҡыҙмы әллә ир-атмы, тип йыш һорайҙар. Барыһы ла кешенең нисә йәштә булыуына бәйле. Бәхеткә ҡаршы, ҡатын-ҡыҙҙы ғүмерҙәренең тәүге өлөшөндә гормондар һаҡлай, ә бына ир-аттың йөрәк сирҙәренән ҡурсаларлыҡ ундай гормондары юҡ. Шуға күрә уларҙа йөрәкүҡан тамырҙары сирҙәре хәүефе юғарыраҡ. Статистикаға күҙ һалһаң, йышыраҡ 60 йәшкә тиклем ир-аттың, ә 60 йәштән һуң күберәк ҡатын-ҡыҙҙың йөрәк сирҙәренә дусар булыуын күрәһең.

Көн һайын 30 минут ҡына йәйәү йөрөү ҙә ҡан тамырҙарының торошон тотороҡландыра, йөрәк мускулын күнектерә, мускул массаһын арттыра. Кеше үҙенең сәләмәтлек күрһәткестәрен белергә тейеш. Артериаль баҫым кимәле – 120/80 мм, холестерин – 5 ммоль/литр, глюкоза – 5,5 ммоль/литр – ошо сиктән дә күрһәткестәр артырға тейеш түгел. Ирҙәрҙең бил әйләнәһе – 94, ҡатындарҙың 80 сантиметрҙан артмауы яҡшы. Тоҙҙоң тәүлек нормаһы биш грамдан артмаҫҡа тейеш.

Күкрәк ситлеге үҙәге буйлап яндырған, баҫҡан, ҡыҫҡан төҫлө ауыртыу һиҙелһә, кардиологҡа мөрәжәғәт итеүҙе һуҙмағыҙ. Ауыртыу кинәт башланып, биш-ун минут дауам итә. Әгәр ун минуттан оҙағыраҡ һуҙылһа, медицина ярҙамын саҡыртығыҙ. Хәлдең кинәт насарланыуы ашығыс ярҙам саҡырыу өсөн сәбәп ул. Ҡайһы саҡта пациент һуңғы минутҡа тиклем түҙә һәм беҙгә ҡатмарлы инфаркт хәлендә эләгә.

Ҡасан участка табибына мөрәжәғәт итергә? Тын ҡыҫылһа, ҡан баҫымы 140/90 күрһәткесенән дә артһа, мотлаҡ “ашығыс ярҙам” саҡыртығыҙ. Ҡан баҫымы даими рәүештә 135/85 күрһәткесенән күтәрелһә, баш ауыртһа, күҙ алдында “себендәр” осҡандай тойолһа, ҡолаҡ тонһа, участка табибына медицина тикшереүе үтергә барыу өсөн сәбәп бар. Беҙҙең поликлиникала бөтә республиканан йыл һайын 100 меңдән ашыу кеше дауалана. Стационарҙа йылына 12-15 мең пациентты ҡабул итәбеҙ. Бик күп операциялар үткәрелә.

Өлкәнәйгән һайын кешелә сирҙәр арта бара. Йәш кешелә артериаль гипертония ғына булһа, олораҡ йәштә йөрәк ишемияһына шәкәр диабеты, үпкә, онкология патологиялары өҫтәлеүе ихтимал. Шуға күрә бындай осраҡта дауалау ысулдары үҙгәрә. Бәхеткә ҡаршы, беҙҙә кардиологтарға ҡытлыҡ юҡ. Белгестәрҙе даими уҡытабыҙ, квалификацияларын күтәреү өҫтөндә эшләйбеҙ. Уҡыусыларға төп кәңәшебеҙ – йөрәгегеҙҙе йәштән һаҡлағыҙ, сәләмәтлекте сир башланғанға тиклем хәстәрләргә кәрәк.

 

Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Автор:
Читайте нас