

Һаулыҡ — ул әүҙем һәм матур тормошҡа асҡыс. Сәләмәт тәндә — сәләмәт рух, тип тиккә әйтмәйҙәр. Һаулыҡ – ул йәшәү нигеҙе. 4 - 10 майҙа Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Сәләмәт оҙон ғүмерлелек аҙнаһын иғлан итте.
Сәләмәт оҙон ғүмер – ул оло йәшкә тиклем ғүмер кисереү генә түгел, әүҙем һәм тулы ҡанлы тормош алып барыу ҙа. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, оҙайлы ғүмер кисереү кешенең ғәҙәттәренә, үҙенең һаулығына ҡарашына һәм күңел торошона бәйле.
Көн һайын физик күнекмәләр эшләү, насар ғәҙәттәрҙән азат булыу, сәләмәт туҡланыу – оҙон ғүмер серҙәре. Диспансерлаштырыу үтеү, көн һайын ҡан баҫымын үлсәү, ҡандағы холестерин һәм глюкоза кимәлен тикшереү, тән ауырлығын контолдә тотоу ҙа матур һәм оҙаҡ ғүмер кисерергә булышлыҡ итә. Хроник сирҙәр бар икән, диспансер күҙәтеүе графигынан тайпылырға ярамай. Вакцинациялау, социаль әүҙемлек, бейеү, йога һәм башҡалар менән даими шөғөлләнеү, физик хеҙмәт – быларҙың барыһы ла организм өсөн файҙалы. Ыңғай фекер йөрөтөү, яҡшы кәйеф, ете-һигеҙ сәғәттән кәм булмаған йоҡо ҙур роль уйнағанлағы тураһында оноторға ярамай.
- Өлкән йәштәгеләр – квалификациялы медицина ярҙамына һәм яҡшы иғтибарға лайыҡ кешеләр. Уларҙың йәшәү рәүешен медицина һәм социаль хеҙмәткәрҙәрҙең бергә хәстәрләргә кәрәк, - тип белдерҙе Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш штаттан тыш гериатры Әлфиә Афзалетдинова.
Сығанаҡ, фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!