ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
24 Апреля , 17:08

Республика шифаханаларҙы һатырға йыйынамы?

Был һорауға министр яуап бирҙе

Республика шифаханаларҙы һатырға йыйынамы?Республика шифаханаларҙы һатырға йыйынамы?
Республика шифаханаларҙы һатырға йыйынамы?
 
Башҡортостан шифаханалары республика милкендә ҡала. Уларҙы һатырға тигән пландар юҡ. Был хаҡта Дәүләт Йыйылышының 32-се ултырышында республика вице-премьеры – Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская белдерҙе. Бынан алдараҡ «Танып» һәм «Асы» шифаханалары 2026 йылға дәүләт милкен хосусилаштырыу планына индерелгәйне.

«Бөтә шифаханаларыбыҙ ҙа табышлы эшләй, улар социаль яҡтан ғына түгел, республика өсөн стратегик бурыстарҙы ла үтәй. Төрлө райондарҙағы ике ҙур булмаған шифахана хосусилаштырыу планына уларҙың йәлеп итеүсәнлеген баһалау өсөн индерелде. Ләкин республиканың дәүләт милкендәге һигеҙ шифахананың береһен дә һатырға йыйынмайбыҙ. Шифахана-курорт комплексы республикала ҡалырға тейеш, тип иҫәпләй Башҡортостан Башлығы», – тип белдерҙе ул.

 
 
ФОТО: АНДРЕЙ СТАРОСТИН
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас