

Быйыл марттан Башҡортостанда медицина ойошмалары менән бәйләнеш өсөн яңы инструмент – МАХ мессенджерында медчаттар барлыҡҡа килде.
Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт, Рәсәйҙең Генераль прокуратураһы һәм Йәмәғәт палатаһы тарафынан тормошҡа ашырылған “ЗдравКонтроль” проекты илдең 60 төбәгендә тормошҡа ашырыла. Ул Президент гранттары фондынан ярҙам алған. Маҡсаты – граждандарҙың медицина ярҙамынан файҙалана алыу мөмкинлеген яҡшыртыу. Унда медицина ярҙамын алыуҙағы проблемалар тураһында хәбәр итергә, ике сәғәт эсендә медицина ойошмалары вәкилдәренән яуап алырға була. Улар – медицина ярҙамын алыу ваҡыты, табипҡа яҙылыу, уны өйгә саҡырыу, льготалы дарыу алыу, түләүле хеҙмәттәрҙе ҡушыу, этика һәм деонтологияны боҙоу, пациенттарҙы маршрутлаштырыуҙың булмауы кеүек проблемаларҙы яҙырға мөмкин. Әммә чатта дауалау, дарыуханаларҙа дарыуҙарҙың барлығы-юҡлығы, “ашығыс ярҙам” эше, экстрен госпитализациялау һәм диагноз ҡуйыу тураһында кәңәштәр алырға ярамай.
Башҡортостанда 10 медчат бар. Улар иртәнге 8-ҙән киске 20 сәғәткә тиклем көн һайын, ял көндәрендә лә эшләй. Үҙеңдең медицина чатына түбәндәге һылтанма буйынса күсергә була:
Дыуан медицина округы - https://max.ru/join/6vVqLpHYgqQ4H-uY1xJDSlVulLmEpO-LA-I5vYffgzs
Нефтекама медицина округы - https://max.ru/join/LDIZljN2BBJZGq5KiVQhmC6KJIw5iA5nTwSoJyrcgcQ
Бөрө медицина округы - https://max.ru/join/ddVSOY_c4vipwNgyefLFn1M9UQL6U6RGvOvi6Htcm1c
Белорет медицина округы - https://max.ru/join/ePQKu8RWnu7IfGVQ2SR6w6aX4CyXevGB2KsTjJA4wWo
Сибай медицина округы - https://max.ru/join/Mbi-xivb_FYhAx45ZM00ueGb-OGoca5Ti_WLC8g_rRk
Күмертау медицина округы - https://max.ru/join/zWRySZx37CJiY1S8dAgerrfrfEV54ejDDR6-vXQ4o8Q
Октябрьский медицина округы - https://max.ru/join/s6fPvc0lN6_F4Qatph8bs5C2EUQTqh8tc9RGyBUCGuU
Стәрлетамаҡ медицина округы - https://max.ru/join/T7y1k1OwwQKblIZ_io2EFPFT940yukEoyWqIikoh8BI
Өфө медицина округы - https://max.ru/join/uD-uyFZBG24oBxBUL671CbVw3A6fV7ZfRTaOavwlpgI
Үҙәк медицина округы - https://max.ru/join/Qeq1HeuW98a2-ShIHmU45QYXsRgQvqyiqOPS55eIkek
Сығанаҡ, фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!