ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
21 Апреля , 04:25

Сирҙе дауалауға ҡарағанда иҫкәртеү яҡшыраҡ

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы белдереүенсә, халыҡта иммунитет булдырыу йыл һайын ике-өс миллион кешенең ғүмерен ҡотҡара, шуға күрә вакцина яһатыуҙан баш тартырға ярамай. Был – ғүмерҙе һаҡлап ҡалыу өсөн яһалған яуаплы аҙым ул.

Сирҙе дауалауға ҡарағанда иҫкәртеү яҡшыраҡСирҙе дауалауға ҡарағанда иҫкәртеү яҡшыраҡ
Сирҙе дауалауға ҡарағанда иҫкәртеү яҡшыраҡ

20 – 26 апрелдә Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, 24 апрелдә үткәрелгән Бөтә донъя иммунизация көнө үткәреүгә ярашлы, Иммунопрофилактика аҙналығы ойошторола.  

Был сараның маҡсаты – халыҡҡа сирҙәрҙе иҫкәртеүҙә иммунитетты нығытыуҙың һәм вакцина яһатыуҙың мөһимлеген аңлатыу. Организмдың иммун системаһы тәғәйенләнеше – организмды сир таратыусы вирустарҙан һәм микроорганизмдарҙан, микроб һәм паразиттарҙан ғына һаҡлау түгел, организмдың контролдән сыҡҡан күҙәнәктәренән дә аралау ул.

Иммунитетҡа дөрөҫ булмаған йәшәү рәүеше – алкоголь ҡулланыу, тәмәке тартыу, аҙ хәрәкәтләнеү, стрестар – төшөнкөлөккә бирелеү, ҡуҙғыусанлыҡ, арыу, йоҡоһоҙлоҡ, тирә-яҡ мөхиттең кире тәьҫире һәм насар туҡланыу кире тәьҫир итә.

Туҡланыуыбыҙға ла иммунитеттың нисек булыуы бәйле. Аҡһымлы аҙыҡ антиесемдәр барлыҡҡа килтереү өсөн организмды тейешле аминокислоталар менән тәьмин итә. Майҙар иммун күҙәнәктәрен төҙөү өсөн кәрәк, углеводтар энергия бирә. Организмдың һаҡлаусы функцияларын нығытырға һәләтле аҙыҡтарҙы һанап үтәйек: лимон, имбир, йәшел сәй, еләк-емеш, бутҡалар, һөт аҙыҡтары, сәтләүектәр. 65 йәштән өлкәнерәк кешеләргә пневмококктан вакцина яһатырға тәҡдим итәбеҙ.

Белгестәр билдәләүенсә, вакцина яһау – хәҙерге заман медицинаһының айырылғыһыҙ, мөһим йүнәлеше, инфекцияларға ҡаршы көрәшеүҙең хәүефһеҙ, һөҙөмтәле ысулы. Тап вакцина эшләү ярҙамында кешелек тәбиғи сәсәк (оспа), полиомиелит кеүек үтә хәүефле, миллионлаған кешенең ғүмерен өҙгән һәм күптәрҙе инвалид яһаған йоғошло сирҙәрҙе еңгән. Шулай уҡ ҡыҙылса, ҡыҙамыҡ, дифтерия, тартышыу ауырыуы (столбняк) кеүек сирҙәргә дусар булғандар һаны ҡырҡа кәмегән.

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы белдереүенсә, халыҡта иммунитет булдырыу йыл һайын ике-өс миллион кешенең ғүмерен ҡотҡара, шуға күрә вакцина яһатыуҙан баш тартырға ярамай. Был – ғүмерҙе һаҡлап ҡалыу өсөн яһалған яуаплы аҙым ул.

Рәсәйҙә “Йоғошло сирҙәрҙең иммунопрофилактикаһы тураһында”ғы Федераль закон ҡабул ителгән. Унда йоғошло сирҙәрҙе иммунопрофилактикалау өлкәһендәге дәүләт сәйәсәте нигеҙҙәре билдәләнгән.

65 һәм унан өлкәнерәктәрҙе киҙеүгә һәм пневмококк инфекцияһына ҡаршы даими вакцинациялау йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре хәүефен, һөҙөмтәлә йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән үлем осраҡтарын кәметә.  Иҫегеҙҙә тотоғоҙ – үрҙә әйтелгән төрлө сирҙәрҙән өлкәндәрҙе һәм шулай уҡ балаларҙы ҡурсалап булыр ине. Ысулы ябай – ваҡытында вакцинациялау үтергә кәрәк. Был хаҡта педиатр Прошкина Инна Вячеславовна белдерҙе. Бала организмы төрлө инфекциялар менән осраша һәм әкренләп уларға ҡаршы көрәшергә өйрәнә. 

Сығанаҡ, фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ! 

Автор:Айһылыу Низамова
Автор:
Читайте нас