

Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты Бүребай ауылындағы табип амбулаторияһына яңы физиотерапия ҡорамалдарын тапшырҙы .
“Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” акционерҙар йәмғиәте ауылдың социаль инфраструктураһына булышлыҡ итеү буйынса системалы эшен дауам итә.
Ошо көндәрҙә предприятиеның генераль директоры Рөстәм Аблаев Бүребай ауылындағы табип амбулаторияһы коллективына сираттағы медицина ҡорамалдары партияһын тапшырҙы. Дүрт заманса аппарат физиотерапия кабинетына урынлаштырылды һәм бөгөндән үк пациенттарҙы ҡабул итергә әҙер.
“Райондың һаулыҡ һаҡлау системаһына булышлыҡ итеү комбинаттың өҫтөнлөклө социаль программаларының береһе булып ҡала. Төп маҡсат - хеҙмәткәрҙәр, ветерандар, уларҙың ғаилә ағзалары, шулай уҡ Бүребай халҡы райондан ситкә сыҡмайынса бушлай сифатлы медицина ярҙамы ала алһын», - ти тау сеймалын табыу предприятиеһы етәксеһе табиптар менән осрашыуҙа.
Амбулатория мөдире Рәмил Рәхмәтов, хәҙер уларҙың пациенттары сифатлыраҡ дауалана аласаҡ, тип билдәләне.
-Был ысынлап та мөһим һәм кәрәкле һатып алыу, ул күптәргә алыҫ сәфәрҙәргә сыҡмайынса сәләмәтлеген аяҡҡа баҫтырырға ярҙам итәсәк», - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рәмил Зариф улы һәм һәр аппарат, уларҙың үҙенсәлектәре тураһында ентекләп һөйләне. Яңы ҡорамалда - терәк-хәрәкәт аппараты, быуындар, умыртҡа бағанаһы, нервы системаһы һәм ЛОР-орган ауырыуҙарын дауалау өсөн медицина ҡорамалы. Атап әйткәндә, ультратауыш терапияһы аппараты быуындар ауырыуҙары, йәрәхәт эҙемтәләре, невралгиялар ваҡытында, шулай уҡ ЛОР-практикала, дерматологияла һәм косметологияла ҡулланыла.
Лазер физиотерапия комплекты артрит, артроз, остеохондроз, отит, ринит, бронхит һәм йыш ауырығанда һөҙөмтәле. Шулай уҡ яңы аппараттар ауыртыуҙы баҫыу, спазмдарҙы бөтөрөү, ҡан әйләнешен яҡшыртыу, радикулитты, остеохондрозды һәм башҡа патологияларҙы дауалау өсөн файҙаланыла.
Сарала комбинаттың Ветерандар советы рәйесе Байраҡ Кираманов та ҡатнашып, былай тине: “Ауыл амбулаторияһында заманса медицина ҡорамалдарының күбәйгәндән-күбәйеүе бик яҡшы. Был айырыуса ҡалала дауаланыу курсы үтеү өсөн райондан ситкә сығыу ауырыраҡ булған өлкән быуын кешеләре өсөн мөһим. Бының өсөн тау-байыҡтырыу комбинаты коллективына һәм етәкселегенә рәхмәт”.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған Бүребай табип амбулаторияһы 2022 йылдың ноябрендә асылды. Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты иҫәбенә бында ике мең квадрат метрҙан ашыу майҙанда капиталь ремонт үткәрелгән. Бөгөн медицина учреждениеһы көн һайын 150 пациентты ҡабул итә ала. Амбулаторияла педиатр, терапевт, дөйөм практика табибы, стоматолог, ашығыс ярҙам станцияһы эшләй.
Автор:Карима Усманова