“Ғаилә” милли проектын (национальный проект “Семья”) тормошҡа ашырыу барышында Хәйбулла районы Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһына яңы кольпоскоп тапшырылды. Был хаҡта төбәктең Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр.
40 тапҡырға тиклем ҙурайтыу һәләтенә эйә булған яңы кольпоскоп туҡымаларҙың структураһын ентекле тикшерергә һәм иртә стадиялағы ауырыуҙарҙы, шул иҫәптән аналыҡ яман шешен һәм цервицитты асыҡларға мөмкинлек бирә. Процедура ауыртыуһыҙ, 20 минуттан да кәмерәк ваҡыт ала һәм йыл һайын үткәрелгән тикшереү барышында 30 йәштән өлкән бөтә ҡатын-ҡыҙҙарға тәҡдим ителә.
“Ҡорамалдар заманса стандарттарға тап килә һәм районда гинекологик ярҙам күрһәтеү сифатын яҡшыртасаҡ, процедураларҙы пациенттар өсөн уңайлыраҡ һәм һөҙөмтәлерәк итәсәк”, — тип билдәләне Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының баш табибы Рәмилә Шәрипова.
“Ғаилә” милли проекты ата-әсәләргә һәм балаларға ярҙам итеү өсөн ғәмәлдәге сараларҙы берләштерә: әсәлек капиталы түләнә, икенсе, өсөнсө һәм артабанғы сабыйҙар тыуыу өсөн өҫтәмә стимулдар булдырыла. Бөтә ил буйынса әүҙем оҙон ғүмерлелек практикаһы тормошҡа ашырыла. 14-22 йәшлек йәштәргә музейҙарға, театрҙарға, кинозалдарға һәм башҡа мәҙәниәт учреждениеларына бушлай йөрөргә мөмкинлек биргән “Пушкин картаһы” программаһы ғәмәлдә. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.