МАХ милли мессенджеренда табипҡа яҙылыу буйынса сервис функцияһы киңәйтелде. Хәҙер ҡулланыусылар телемедицина консультацияһына яҙылыуҙан тыш, дистанцион рәүештә эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын (“больничный”ҙы) яптыра ала.
Яҙылыу өсөн “Дәүләт хеҙмәттәре“ аша йәки СНИЛС һәм тыуған көн датаһы буйынса авторлаштырыу, белгесте һәм ваҡытты һайлау мөһим. Консультацияға 15 минут ҡалғас, пациент видеошылтыратыуға һылтанма ала. Ҡабул итеү ваҡытында табип менән хәбәрләшергә һәм файлдар менән алмашырға мөмкин. Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, табип пациенттың һауығыуы раҫланғанда “больничный”ҙы дистанцион рәүештә ябыу хоҡуғына эйә.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.