Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
17 Февраль , 15:13

Башҡортостанда балалар сәләмәтлеген һаҡлау Рәсәйҙә иң яҡшыларҙың береһе

Республика балалар клиник дауаханаһы наградаға лайыҡ булды.

Башҡортостанда балалар сәләмәтлеген һаҡлау Рәсәйҙә иң яҡшыларҙың береһе
Башҡортостанда балалар сәләмәтлеген һаҡлау Рәсәйҙә иң яҡшыларҙың береһе

Мәскәүҙә Рәсәй педиатрҙары конгресы тамамланды. Йыл һайын илдең балалар табиптары өсөн ойошторолған төп сарала белгестәр ҡатмарлы осраҡтарҙы дауалауҙы тикшереп һәм тәжрибә уртаҡлашып ҡына ҡалмай, иң яҡшыларын да асыҡлай.

«Өфөнөң Республика балалар клиник дауаханаһы 2025 йылда Рәсәйҙә иң яҡшы педиатрия клиникаһы тип танылды. Был исем реаль һөҙөмтәләр (балалар ғүмерен ҡотҡарған дауалау ысулдары, заманса диагностика һәм табиптарҙың әҙерлек кимәле) өсөн бирелә. Ошо наградалар – табиптарҙың, шәфҡәт туташтарының, кесе персоналдың көндәлек эш һөҙөмтәһе ул. Республика балалар клиник дауаханаһы – ябай бина ғына түгел, ә меңләгән ҡотҡарылған балалар», — тип яҙа Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров.

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Татьяна Һәүбәнова ла награда алды. Ул балалар сәләмәтлеген һаҡлауҙы үҫтереүгә һәм балалар мәнфәғәтенә дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыуға ҙур өлөш индергәне өсөн Федерация Советының рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-02-17/detskoe-zdravoohranenie-v-bashkirii-priznano-odnim-iz-luchshih-v-rossii-4581438

Автор: Наталья Овчарук
Автор:
Читайте нас