Уҙған аҙнала Башҡортостанда ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәте 20917 шылтыратыу алған. Уларҙың 94 процент осрағында 20 минутҡа тиклем ваҡыт эсендә барып еткәндәр. Был мәғлүмәттәр менән Хөкүмәт кәңәшмәһендә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин уртаҡлашты.
Айрат Рәхмәтуллин “Йәшәрбеҙ” Бөтә Рәсәй премияһында Башҡортостан вәкилдәренең еңеүе менән дә уртаҡлашты. Абруйлы конкурс лауреаттары – Республика Росздравнадзор етәксеһе Динара Ғәшимова, Республика балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәге мөдире Рөстәм Байрамғолов, пациент Регина Шәмсетдинова, шулай уҡ республика онкология диспансеры белгестәре Фәһим Мөфәзалов, Александр Солтанбаев, Зилә Хәбибуллина һәм Татьяна Лоҡманова.
Еңеүселәр бөтә халыҡ тауыш биреү юлы менән билдәләнә, был премияғы ҡиммәтлек өҫтәй, тип билдәләне министр.
"Яҡшы эшләһәгеҙ, еңеүҙәр ҙә буласаҡ. Инфраструктураны яйға һалабыҙ, кешеләр менән шөғөлләнәбеҙ”, — тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.