Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
20 Ғинуар , 21:36

Беҙ белмәгән серҙәр күп...

 Был ағза үҙендә бик күп мәғлүмәтте туплай ала. Ғалимдарҙың әйтеүенсә, кешенең баш мейеһе 1-1,5 миллион гигабайт мәғлүмәтте һаҡлай.

Кеше организмында уларҙың  файҙа килтереүселәре лә,  "әрәмтамаҡтары" ла етерлек.

Донъяла беҙ белмәгән серҙәр, беҙ күрмәгән ерҙәр етерлек. Әҙәм балаһы һаман үҙен таныуын, өйрәнеүен дауам итә. Кеше организмында бик күп серҙәрҙе үҙендә туплаған иң ҡатмарлы ағза – баш мейеһе. Ул ауыртыуҙы тоймай. Унда ауыртыу рецепторҙары юҡ, шуға күрә нейрохирургтар баш мейеһенә әмәлиәттәрҙе пациент үҙ аңында булған саҡта ла үткәрә ала.

Үҙендә бик күп мәғлүмәтте туплай ала ул. Ғалимдарҙың әйтеүенсә, кешенең баш мейеһе 1-1,5 миллион гигабайт мәғлүмәтте һаҡлай.

Ул төнөн көндөҙгөгә ҡарағанда ла әүҙемерәк. Тикшереүҙәрҙән күренеүенсә, йоҡлағанда мейенең әүҙемлеге юғарыраҡ булыуы асыҡланған. Төндә ул мәғлүмәтте эшкәртеү һәм тергеҙеү менән мәшғүл.

Дуҫы ла, дошманы ла бар

Күптәргә, айырыуса бөхтәлек, таҙалыҡ, ҡупшылыҡ һөйөүселәргә, был мәғлүмәт оҡшамаҫ. Организмда йәшәгән бактериялар һаны кешенең үҙ күҙәнәктәренә ҡарағанда өс тапҡырға күберәк, уртаса бер килограмдан өс килограмға тиклем тәшкил итә, тип иҫәпләй ғалимдар. Бактерияларҙан тыш, беҙҙең организмда бәшмәксәләр, вирустар ҙа йәшәй. Тик уларҙың барыһы ла әрәмтамаҡ түгел, файҙа килтереүселәре лә бар. Ҡайһылары беҙҙе зарарлы матдәләрҙән һаҡлай, хатта аш һеңдереүҙә ҡатнаша.

Һәр береһенең үҙ роле

Өлкән кешенең тәнендә һөлдәне барлыҡҡа килтереүсе һәм эске ағзаларҙы һаҡлаусы уртаса 206 һөйәк иҫәпләнә. Ә 600 меңдән ашыу мускул беҙгә хәрәкәтләнергә, тын алырға һәм башҡа йәшәү өсөн мөһим функцияларҙы үтәргә ярҙам итә. Бөтә организм триллионлаған күҙәнәктәрҙән тора, уларҙың һәр береһе уға ғына хас булған үҙенсәлекле эш башҡара.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы. 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan  ҡушылығыҙ!

        Автор: Дина Арсланова
Автор:
Читайте нас