Республика халҡы ғинуар каникулдарын һаулыҡ өсөн файҙалы үткәрә ала. Башҡортостан поликлиникалары 2026 йылдың 3, 5, 6, 8, 9 һәм 10 ғинуарында диспансеризация үтеү өсөн асылған, тип иҫкә төшөрә республиканың һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Медицина тикшереүе үтеү өсөн поликлиникаға паспорт һәм мотлаҡ медицина страховкаһы полисы менән мөрәжәғәт итергә йәки 122 номеры буйынса яҙылырға кәрәк.
Яңы йылда үҙегеҙҙе ҡайғыртығыҙ, диспансерлаштырыу өсөн ваҡыт планлаштырығыҙ һәм сәләмәт тормошҡа тәүге аҙым яһағыҙ!