Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
10 Декабрь 2025, 15:35

Бауырҙы таҙарта

Һөҙөмтәлә үҙегеҙҙе бығаса булмағанса яҡшыраҡ тоя башларһығыҙ.

Бауырҙы таҙартыу ысулдары күп. Әле иғтибарығыҙға тәмле, ә иң мөһиме файҙалы, ысынлап та бауырҙы һәм организмды таҙарта алырлыҡ рецепт тәҡдим итәбеҙ.

Аҙна дауамында дөрөҫ туҡланырға һәм көн һайын бер стакан йәшелсә коктейле эсергә кәрәк, һөҙөмтәлә үҙегеҙҙе бығаса булмағанса яҡшыраҡ тоя башларһығыҙ!

ИНГРЕДИЕНТТАРЫ:

3 кишер,

2 йәшел алма,

1 сөгөлдөр,

0,5 ҡабыҡһыҙ лимон,

имбирҙың яңы тамыры киҫәге,

йәшел салат йәки шпинат япраҡтары.

Блендерҙа алдан йыуып, таҙартылған бөтә йәшелсәләрҙе ваҡлағыҙ. Концентрацияланған йәшелсә эсемлегенә 2 стакан һыу өҫтәгеҙ. Уны һыуытылған килеш ҡулланығыҙ, ә әҙер коктейлде һыуытҡыста һаҡлағыҙ!

Автор: Альфия Мингалиева

https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2025-12-10/bauyr-y-sa-ur-yr-ys-ke-ek-ta-arta-4500187

Автор:
Читайте нас