Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
2 Декабрь 2025, 16:38

Башҡортостан табиптар өсөн программаларға өҫтәмә рәүештә 117 миллион һум алды

Аҡса «Ауыл табибы» һәм «Ауыл фельдшеры» программаларын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелә.

Башҡортостан табиптар өсөн программаларға өҫтәмә рәүештә 117 миллион һум алды
Башҡортостан табиптар өсөн программаларға өҫтәмә рәүештә 117 миллион һум алды

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итеүенсә, ҡарарҙы Рәсәйҙең финанс министрлығы ҡабул иткән. Республика өсөнсө йыл рәттән өҫтәмә аҡса ала.

«Сөнки республика бүленгән федераль аҡсаны тәүгеләрҙән булып үҙләштерә. Тимәк, 94 табип һәм 28 урта медицина хеҙмәткәре декабрҙә үк 500 меңдән 1,5 миллион һумға тиклем түләүгә иҫәп тота ала», — тип белдерҙе министр.  

Йыл башынан 129 белгескә 144,5 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән.

https://www.bashinform.ru/news/medicine/2025-12-02/bashkiriya-poluchila-dopolnitelnye-117-mln-rubley-na-programmy-dlya-vrachey-4490107

Автор: Ксения Калинина
Автор:
Читайте нас