Прививканан бөтөнләй баш тартыу өсөн сәбәптәр бар, тип белдерҙе СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, уларға ҡаршы көрәш буйынса республика үҙәгенең баш табибы Айгөл Ғәлиева.
Иң башта тауыҡ аҡһымына аллергия, сөнки гриптан вакцинаны тауыҡ эмбрионы нигеҙендә эшләйҙәр. Әгәр прививка ауыр реакция тыуҙырһа, уны яһатмаҫҡа мөмкин. Температура күтәрелһә, вакцинация 2-3 аҙнаға күсерелә, сөнки организмдың реакцияһын белеп булмай.
Шулай уҡ Айгөл Ғәлиева прививканан сирләргә мөмкин тигән мифты юҡҡа сығарҙы.