Республика халҡы эш көндәрендә 8-800-77-50-170 номерына шылтыратып, ВИЧ-ты иҫкәртеү буйынса тулы мәғлүмәт алырға мөмкин. Һорауҙарға Роспотребнадзор, шулай уҡ Гигиена һәм эпидемиология үҙәге хеҙмәткәрҙәре яуап бирә.
Мәҫәлән, ВИЧ йоҡтормау өсөн һөҙөмтәле һаҡланыу ысулдары; потенциаль инфекция сығанағы менән хәүефле контакт булғанда нимә эшләргә; ВИЧ-ҡа аноним рәүештә ҡайҙа һәм нисек бушлай тест үтергә; ВИЧ-ты дауалау өсөн һөҙөмтәле дарыуҙар, терапияның ни тиклем уңышлы барыуы һәм башҡа мәғлүмәттәрҙе белергә мөмкин.
Бынан тыш, берҙәм консультация үҙәгенең бушлай телефоны тәүлек әйләнәһенә эшләй: 8-800-555-49-43.