24 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бөтә Рәсәй “Барыһы өсөн асыҡ” форумының “Төбәктәрҙә инклюзиялар үҫеше стратегияһы” түңәрәк өҫтәл һөйләшеүендә ҡатнашты. Уны Стратегик башланғыстар агентлығы һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе социаль һәм иҡтисади тормошҡа интеграциялау буйынса ҡайһы бер көнүҙәк мәсьәләләре тураһында һөйләшеү өсөн ойошторҙо. Түңәрәк өҫтәл һөйләшеүендә Рәсәй төбәктәре етәкселәре инклюзив практикаларҙы тормошҡа ашырыуҙың төбәктәрҙәге һөҙөмтәле тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Һөйләшеүҙе асып, Стратегик башланғыстар агентлығы генераль директоры Светлана Чупшева инвалидлығы булған кешеләрҙең йәшәү сифаты индексы менән таныштырҙы. Башҡортостан рейтингта тәүге 20 төбәк араһына инде һәм унда 11-се урынды биләй. Светлана Чупшева шулай уҡ Башҡортостан тарафынан һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә инклюзив киңлекте ойоштороу буйынса тәжрибәне юғары баһаланы.
- Беренсе тапҡыр федераль кимәлдә инклюзияның төрлө аспекттары – мәғариф та, уҡыу ҙа, реабилитациялау тураһында ла һөйләшеүҙәр барған форумды ойошторҙоҡ. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан, минеңсә, күптән йыл һайын ошондай форум үткәрелгән төбәк. Ул “Ҡаршылыҡтарҙы еңеп” тип атала. Был – һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр, үҙенсәлекле балаларҙың ата-әсәһе, махсус хәрби операция ветерандары менән осрашҡан урын. Халыҡ-ара, Рәсәй эксперттарын саҡыраһығыҙ, - тип һөйләне генераль директор. – Һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһендә күп кенә төбәктә урындағы ошо сектор өсөн продукция сығарған етештереүселәр программаларының барлыҡҡа килеүен беләм. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн мөһим социаль, мәғариф башланғыстар бар.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәктәге инклюзияны үҫтереү буйынса идара итеү командаһы эшмәкәрлегенең төп принциптары тураһында һөйләне.
- Был – ҙур цивилизациялы процес. Сөнки цивилизациялы йәмғиәт кимәле иғтибарға һәм хәстәрлеккә мохтаждарға – инвалидтарға, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларға мөнәсәбәткә ҡарап билдәләнә лә, - тине төбәк етәксеһе. – Башҡортостанда 250 мең тирәһе инвалидлығы булған кеше бар. Уларҙың 21 меңе – балалар. Шуға күрә республикала һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәргә йәшәүе уңайлы булһын өсөн шарттар булдырабыҙ.
“Ҡаршылыҡтарҙы еңеп” форумы тураһында әйтеп, төбәк Башлығы был майҙансыҡтың ата-әсәләр берҙәмлектәре менән һөҙөмтәле үҙ-ара эш итеүҙе төҙөргә булышылҡ итеүе тураһында әйтте. Реабилитациялауҙың техник сараларын ойоштороу буйынса эште көсәйтеү “Ҡаршылыҡтарҙы емереп” форумының төп ҡарарҙарының береһе булды. Башҡортостан Башлығы шулай уҡ “Бәләкәй принцессалар өсөн бал”, “Геройҙар биләмәһе” илһөйәрлек слеты – һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларға уникаль инклюзив сараларҙы ойоштороу тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Радий Хәбировтың сығышын дауам итеп, Стратегик башланғыстар агентлығы генераль директоры Светлана Чупшева республика “Бәләкәй принцессалар балы”нан тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
- Йыл буйы әсәйҙәр ҡыҙҙары менән был сараға әҙерләнә, кейем әҙерләй, сәсен матурлай. Көнө килеп еткәс, ысын дворецҡа йыйыла һәм уларҙы кадет малайҙар ҡаршы ала, - тине Светлана Чупшева. – Мин яҙмала кадеттың коляскалағы матур күлдәк кейгән ҡыҙҙың ҡулынан тотоуы һәм вальста әйләнеүен күрҙем. Әлбиттә, әсәйҙәрҙең дә, был сағыу сарала ҡатнашҡан ҡыҙҙарҙың да кәйефе шәп.
Агентлыҡ етәксеһе төбәктәрҙә инклюзия үҫешенә комплекслы алымдың мөһимлеген билдәләне.
Сығанаҡ, фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.