ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
6 Ноябрь 2025, 09:13

Йүтәл йонсотһа...

Бал, банан, һыу - ошо өс ингредиенттан файҙалы дарыу эшләп ҡарағыҙ. Һөҙөмтә биш көндән була, тиҙәр.

Йүтәл йонсотһа...Йүтәл йонсотһа...
Йүтәл йонсотһа...

Шулай итеп, 400 мл ҡайнар һыу, ике банан һәм ике аш ҡалағы бал кәрәк буласаҡ. Бананды иҙеп, иҙмә яһайбыҙ. Шунан уға ҡайнар һыу ҡойоп, 30 минутҡа ҡалдырығыҙ.

Һыуынғандан һуң, бал һалып болғатығыҙ һәм һөҙөп алығыҙ. Был шифалы ҡатнашманы көнөнә дүрт тапҡыр 100-әр мл эсергә кәрәк.

Киләһе көн өсөн ҡабат эшләгеҙ, ә инде биш көндән һөҙөмтә күренә, тиҙәр.

Автор фотоһы.

Автор:Эльнара Шаймарҙанова
 
Автор:
Читайте нас