ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
24 Октябрь 2025, 12:23

Күкрәк яман шеше нимәнән барлыҡҡа килә?

Табип-онколог, республика клиник онкология диспансерының маммология бүлеге мөдире Марат Ғәлиев ҡайһы бер аҙыҡ-түлектәрҙең күкрәк яман шеше барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итеүе тураһындағы уйҙырманы кире ҡаҡты.

Уның әйтеүенсә, ауырыу менән туҡланыу араһында  туранан-тура бәйләнеш юҡ.  Әммә артыҡ кәүҙә ауырлығы булғанда  организмда ҡатын-ҡыҙ енси гормоны, йәғни эстрогендар арта. Белгес ҡатын-ҡыҙҙарға  айырыуса менопауза ваҡытына иғтибар итергә ҡушты һәм 50 йәштән һуң әүҙем йәшәү рәүеше алып барырға, туҡланыуҙы күҙәтергә ҡушты.

 

Автор:
Читайте нас