

Күптәргә үҙенең йәки яҡындарының сәләмәтлеге ҡаҡшау сәбәпле, ашығыс медицина ярҙамы кәрәк булғанда тәжрибәле табип анестезиолог-реаниматолог менән осрашырға тура килгәндер. Ә бит ҡайһы берәүҙәр бындай һөнәр барлығын хатта белмәйҙәр. Әммә улар булмаһа, бер операция ла башланмаясаҡ һәм тамамланмаясаҡ. Анестезиология һәм реаниматология техник яҡтан ҡатмарлы, фәнни яҡтан теүәл һәм шул уҡ ваҡытта бик кешелекле һөнәр. Наркозға әҙерләнеүҙән алып ҡатмарлы операциянан һуң уяныуға тиклем, йөрәк тибешен күҙәтеүҙән һәм ҡанды кислород менән туйындырыуҙан алып өҙлөгөүҙәрҙе иҫкәртеүгә тиклем – былар барыһы ла анестезиологтың иңендә. Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының абруйлы медицина хеҙмәткәре Фәрит Абдуллин ошо арала Башҡортостандың атҡаҙанған табибы исеменә лайыҡ булды. Ошо уңайҙан уның менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
–Фәрит Хәмзә улы, ҡайҙа тыуып-үҫтегеҙ, белем алдығыҙ?
–Аҡъяр ауылында Хәмзә Ильяс улы һәм Фәрзәнә Әбдрәхим ҡыҙы Абдуллиндар ғаиләһендә донъяға килгәнмен. Икеһе лә уҡытыусы булдылар, атайыма РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы исеме бирелде. 1-се класты бөткәндә, атайымды Бүребай мәктәбенә директор итеп тәғәйенләнеләр һәм ғаиләбеҙ менән Бүребай ауылына күстек. Шунда 10-сы класты бөткәндә Магнитогорск тау институтында уҡырға барырға тәҡдим иттеләр, ләкин үҙем Өфө авиация институтында белем алырға хыялландым. Переволочан геология-разведка экспедицияһында быраулаусы агрегаттар эшсеһе булып хеҙмәт юлымды башланым. Әрмегә повестка килгәс, Польшала урынлашҡан Совет ғәскәрҙәренең төньяҡ төркөмөндә ике йыл хеҙмәт иттем.
–Медицинаға нисек килдегеҙ һуң?
–Хәрби бурысымды үтәп ҡайтҡас, теләгемде бойомға ашырыу маҡсатында Өфөгә юлландым. Авиация институтына йәйәү барғанда, Матросов исемендәге парк аша үткәндә, оло йәштәге олатай менән аралашып киттек. Ул Башҡорт дәүләт медицина институты профессоры, медицина фәндәре докторы Николай Шерстенников булып сыҡты. Хәл-әхүәлемде һорашҡас, абруйлы профессор мине үҙенең лекцияһын тыңларға саҡырҙы. «Профилактик медицинаһы – киләсәк медицинаһы» темаһына арналған лекция бик мауыҡтырғыс булды һәм тормошомдо ошо тармаҡ менән бәйләргә булдым. Медицина институтының санитар-гигиена факультетына уҡырға индем. Әйткәндәй, өлкән апайым да табип һөнәрен һайлап, ошо уҡыу йортон бөтөп, был ваҡытта акушер-гинеколог булып эшләй ине – бәлки был да мине һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә йәлеп иткәндер.
Институтта 5 йыл уҡып, санитар табип-эпидемиолог һөнәренә эйә булдым. Шул саҡта беҙҙе – 8 йәш белгесте ҡатмарлы эпидемиологик хәл булған Тажикистанға ебәрҙеләр. Был ваҡытта Афған һуғышы бара ине – эргәлә генә Амударья йылғаһы аша дәүләт сигендә атыш тауыштары, шартлауҙар яңғырай ине. Йәшәү һәм эш шарттары ла бик ҡырыҫ булды. Төшкә тиклем баҫыуға мамыҡ йыйыуға ебәрәләр, ә төштән һуң пациенттарҙы төрлө ҡурҡыныс йоғошло инфекцияларҙан – дизентерия, ҡорһаҡ тифы, ваба (холера), хатта тағундан (чума) дауалай инек.
–Ә нисек анестезиолог-реаниматолог булып киттегеҙ?
–1981 йылда Аҡъяр үҙәк район дауаханаһына табип анестезиолог-реаниматолог талап ителгәс, мине Өфөгә уҡырға ебәрҙеләр. Шулай, яҙмыш ҡушыуы буйынса анестезиолог-реаниматолог булып киттем. Бер йыл дауамында Республика клиник дауаханаһында тәжрибәле табиптар менән эшләп, ҡатмарлы һөнәрҙең нескәлектәренә төшөндөм. Тыуған яғыма ҡайтып, район дауаханаһында һөнәрем буйынса эш башланым. Һуңынан биш йыл дауамында Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһының Тырныауз ҡалаһында эшләнем. Әммә 1990 йылдар башында Төньяҡ Кавказда хәл ҡатмарлашҡас, ғаиләм менән тыуған яғыма ҡайттыҡ. Шулай итеп 1991 йылдан Аҡъяр үҙәк район дауаханаһында эшләйем. Медицина өлкәһендә дөйөм хеҙмәт стажым 45 йылдан уҙып китте.
–Ҡайһы берәүҙәр анестезиологтың эше ябай тип иҫәпләй: укол яһай ҙа, шуның менән уның эше бөтә, ә ҡалғанын хирург эшләй. Был ысынлап та шулаймы?
–Юҡ. Бында нескәлектәр бихисап – юҡ-бар нәмәләр булмай, һәр бер нимәне иҫәпкә алырға кәрәк. Анестезиологты “универсаль” табип тип әйтер инем – улар медицинаның һәр бер тармағын белергә тейеш. Пациенттар менән эш операциянан күпкә алдараҡ башлана. Улар менән алдан аралашып, төрлө анализ һөҙөмтәләрен ҡарап, операция уҙғарыу ваҡытын, наркоз төрөн һәм күләмен билдәләйбеҙ. Бының өсөн һәр бер айырым осраҡҡа ҡаралған инструкция буйынса эш итәбеҙ. Дөйөм алғанда, беҙ наркоз менән генә түгел, пациенттың физиологияһы менән дә идара итәбеҙ. Уның һәр һулышы, һәр йөрәк тибеше контролдә тотола. Әгәр хирург операция өсөн яуаплы икән, анестезиолог пациенттың ғүмере өсөн яуаплы.


–Операция алдынан пациенттарҙы тынысландыраһығыҙмы?
–Әлбиттә. Анестезиолог тәү сиратта психолог булырға тейеш. Ҡайһы саҡтарҙа кәйефтәрен күтәреү өсөн бер аҙ шаяртып та ебәрәһең. Пациенттар менән уртаҡ тел табыу бик мөһим. Уларҙың хәл-торошо буйынса ни тиклем күберәк мәғлүмәт алған һайын, шул тиклем яҡшыраҡ. Мәҫәлән, ниндәй сирҙәр менән ауырыған, травмалары, аллергияһы бармы-юҡмы һәм башҡалар.
–Ә иң оҙайлы операция күпме ваҡыт дауам итте?
–Тәжрибәмдә иң оҙайлы операция Тырныауз ҡалаһы дауаханаһында уҙҙы, ул 8 сәғәткә тиклем һуҙылды, уның барышында пациенттың мейеһенән ҙур яман шеш алынды. Бәхеткә күрә, операция уңышлы тамамланды.
–Һеҙҙеңсә наркоздың һаулыҡҡа зыяны бармы? Йәки, киреһенсә, ҡайһы берәүҙәр операция ваҡытында уяныуҙан ҡурҡа – был мөмкинме һуң?
–Элеккеләр менән сағыштырғанда хәҙерге медикаменттар һаулыҡҡа зыян килтермәй тиерлек. Наркоз бит буштан-бушҡа ҡулланылмай. Операция барышында уяныу мөмкин түгел тип уйлайым, тәжрибәмдә бер ваҡытта ла ундай осраҡ булғаны юҡ ине.
–Һеҙгә йыш ҡына үлем менән дә осрашырға тура килә...
–Хәҙер күп кенә планлы операцияларҙы Сибай йәки Өфө медицина учреждениеларында яһайҙар. Аҡъяр дауаханаһында башлыса ашығыс операциялар уҙғарыла. Анестезиология-реанимация төркөмө хирургия бүлеге составында булһа ла, беҙ терапия, гинекология, неврология, балалар һәм башҡа бүлектәрҙә дауаланған пациенттарға ярҙам күрһәтәбеҙ. Ғәҙәттә, хәле тамам насарайғанда уларҙы беҙгә алып киләләр. Ҡот осҡос аварияға тарығандарҙы ла килтерәләр – айырыуса йәйге осорҙа мотоциклдарҙа елдергән балалар юл-транспорт фажиғәләренә йыш тарыйҙар. Ҡыҙғанысҡа күрә, эшебеҙҙә үлем менән йыш осрашырға тура килә. Быға өйрәнергә лә, күнегергә лә бөтөнләй мөмкин түгел. Һәр пациенттың ғүмере өсөн аҙағына тиклем көрәшәбеҙ. Туғандары һәм яҡындарына уларҙың үлеме тураһында хәбәр итеү ҙә күңелдә бик ауыр хис-тойғолар ҡалдыра...
Тулыраҡ "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 31-се һанында уҡығыҙ.