ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
21 Август 2025, 16:23

Табиптар 7 көнлөк сабыйҙың ғүмерен ҡотҡарған!

  

Табиптар 7 көнлөк сабыйҙың ғүмерен ҡотҡарған!Табиптар 7 көнлөк сабыйҙың ғүмерен ҡотҡарған!
Табиптар 7 көнлөк сабыйҙың ғүмерен ҡотҡарған!

2025 йылдың июненән Республика кардиология үҙәгенең яңы хирургия корпусында бөтәһе 5,3 меңдән ашыу тикшереү һәм операция үткәрелгән, тип хәбәр итте Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, ошо осорҙа 4314 кеше тәүлек әйләнәһенә эшләгән стационарҙа дауаланған, 33 368 пациент поликлиникала консультация алған, шулай уҡ 80-дән ашыу уникаль юғары технологиялы операция эшләнгән. Әлегә иң өлкән пациент – 99 йәшлек олатай. Иң йәше — тыумыштан йөрәк сирле 7 көнлөк сабый. Бөгөнгө көндә ике пациент та үҙҙәрен яҡшы хис итә.

Башҡортостанда йөрәк ауырыуҙарына, уларҙы дауалауға һәм иҫкәртеүгә етди иғтибар бирелә, тип билдәләне республика етәксеһе. Мәҫәлән, Республика кардиология үҙәгенең яңы хирургия корпусы бик тә заманса килеп сыҡты.

«Бында эшләгән табиптар – үҙ эшенең оҫталары, улар хатта бик ҡатмарлы осраҡтарҙа ла сирлеләрҙе аяҡҡа баҫтыра. Әммә операция өҫтәле — иң һуңғы сара, уға еткермәү яҡшыраҡ. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, һау-сәләмәт булығыҙ», — тип мөрәжәғәт итте Радий Хәбиров республика халҡына.

Фото:Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәре

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас