ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
4 Август 2025, 12:03

Хәйбулла районына «Сәләмәтлек поезы» килә!

Хәйбулла районында «Сәләмәтлек поезы» табиптары түбәндәге маршрут пациенттарҙы ҡабул итеүҙе ойошторасаҡ

Хәйбулла районына «Сәләмәтлек поезы»  килә!Хәйбулла районына «Сәләмәтлек поезы»  килә!
Хәйбулла районына «Сәләмәтлек поезы» килә!

Республикала етенсе йыл рәттән «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы үткәрелә. Быйыл ул 21 апрелдә старт алды һәм 16 сентябргә тиклем дауам итәсәк. 

Поездар составында – күсмә флюорографтар һәм маммографтар, мобиль ФАП-тар, һаулыҡ үҙәктәре (шул иҫәптән берәүһе балаларҙы ҡабул итеүгә тәғәйенләнгән), Республика кардиология үҙәгенең кардиомобиле, Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының диагностика комплексы, Өфөнөң 21-се дауаханаһының «Ҡатын-ҡыҙҙар һаулығы» күсмә модуле. Пациенттар, өйҙәренән алыҫ китмәйенсә, терапевт, хирург һәм башҡа белгестәргә күренә ала.

– Маҡсатыбыҙ – медицина ярҙамын республиканың бөтә халҡы, шул иҫәптән иң алыҫ ауыл кешеләре өсөн дә уңайлы итеү, – ти төбәк Башлығы Радий Хәбиров.

Хәйбулла районында «Сәләмәтлек поезы» табиптары түбәндәге маршрут пациенттарҙы ҡабул итеүҙе ойошторасаҡ:

13-14 август – Бүребай ауылы;

15 август – Ивановка ауылы;

18 август – Ғәлиәхмәт ауылы;

19-20 август – Әбеш ауылы;

21 август – Йәнтеш ауылы;

22 һәм 25 август – Сиҙәм ауылы;

26 август – Воздвиженка ауылы;

27 август – Сәғит ауылы;

28 август – Первомайский ауылы;

29 август-2 сентябрь – Аҡъяр ауылы.

Файҙаһы нимәлә?

Былтыр мобиль табиптар 170 мең кешене ҡабул иткән, 41 мең тикшеренеү үткәргән. Иң мөһиме – хәүефле сирҙе иртә стадияла асыҡлау, кешене ентекле тикшереү үтергә йүнәлтеү, тейешле дауалау тәғәйенләү. Йыш ҡына тап бәләкәй ауылдарҙа йәшәгән кешеләр, хужалыҡ мәшәҡәттәренән арына алмайынса, табиптарға барырға ваҡыт тапмай. Ҡайһы берҙәре, поликлиникаға барыуҙы кисектереп, йылдар буйы ауыртыуҙы түҙергә тырыша. Ә сир кешене нығыраҡ ҡаҡшата. Уҙған йыл йомғаҡтарынан күренеүенсә, табиптар төбәгебеҙҙә йәшәүсе 4,2 мең кешелә һаулыҡҡа бәйле етди проблемалар булыуын асыҡлаған. Һүҙ онкология, диабет, йөрәк сирҙәре, туберкулез тураһында бара. Бындай осраҡтарҙың һәр береһен табиптар артабан шәхси рәүештә хәл итә.

Халыҡтың үлем кимәле юғары булған райондарға айырыуса ҙур иғтибар бүленә.

– Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының күсмә диагностика модуле һәм Республика кардиология үҙәгенең кардиомодуле табиптары – III медицина ярҙамы күрһәтеү кимәлендәге белгестәр. Улар юғары технологиялы ярҙам күрһәтеү өсөн пациенттарҙы һайлап ала. Белгестәрҙең һөҙөмтәле эшләүе өсөн пациенттар исемлеге алдан әҙерләнә, минималь тикшереү үткәрелә, – тип аңлаттылар республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.

Табиптарҙың ҡасан килерен нисек белергә?

Ғәҙәттәгесә, мобиль комплекстар алты маршрут буйынса эшләй: Өфө, Дыуан, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Белорет. Шул уҡ ваҡытта улар республиканың бөтә райондарын солғап ала, юлда бәләкәй ауылдарға инә. Һәр поездың үҙ хәрәкәт графигы бар. Ҡабул итеү ваҡытын һәм датаһын БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында (health.bashkortostan.ru) төп / эшмәкәрлек/диспансеризация тигән бүлектәр буйынса инеп ҡарарға мөмкин. Шулай уҡ район хакимиәте, ауыл советы аша белешә алаһығыҙ.

Поездың ҡасан килерен күп осраҡта ауыл халҡы урындағы фельдшерҙан белә. Ул шулай уҡ анализдарҙы дөрөҫ тапшырыу, медицина процедураларына әҙерләнеү буйынса кәңәштәр бирә. Баш ҡала табиптарының килеүе тураһында мәғлүмәтте район гәзиттәрендә лә баҫтыралар.

Үҙең менән ниндәй документтар алырға кәрәк?

Ҡабул итеү, тикшереү, консультациялар – барыһы ла бушлай үткәрелә. Табипҡа алдан яҙылырға кәрәкмәй, ҡабул итеү «тере сират» тәртибендә үткәрелә. Документтарҙан паспорт һәм Мотлаҡ медицина страховкаһы полисын ғына алырға кәрәк.

Әгәр, мәҫәлән, һеҙгә невролог ярҙамы кәрәк, ә ауылығыҙға килгән составта ул булмаһа, күрше ауылдар буйлап йөрөгән поезд белгестәре менән ҡыҙыҡһынығыҙ. Әгәр унда невролог ҡабул итһә, ҡыйыу рәүештә бара алаһығыҙ. Был осраҡта ҡайҙа теркәлеү мөһим түгел, белгестәр барыһын да ҡабул итәсәк.

 

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас