ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
24 Апрель 2025, 14:19

Хирург яугирҙың ҡулын һаҡлап ҡалған

 Әлеге ваҡытта ҡаты яраланған яҡташыбыҙ  йүнәлә башлаған

Хирург яугирҙың ҡулын һаҡлап ҡалғанХирург яугирҙың ҡулын һаҡлап ҡалған
Хирург яугирҙың ҡулын һаҡлап ҡалған

Салауат ҡала дауаханаһында Күгәрсен районынан махсус хәрби операция яугиренә уникаль операция яһағандар.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, яҡташыбыҙ МХО биләмәһендә шартлау ваҡытында ҡаты яраланған.

Операцияны нейрохирург Аслан Аҫылбаев эшләгән. Әлеге ваҡытта яугир йүнәлә башлаған, тип белдерҙеләр ведомствола. 

 
Фото:Салауат ҡала дауаханаһы
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас