Бөтә яңылыҡтар
10
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
5 Апрель , 14:32

Республика буйлап «Сәләмәтлек поездары» юлға сыға

Табиптарҙың Хәйбулла районына ҡасан һәм ҡайһы ауылдарына килеүе билдәле булды

Республика буйлап «Сәләмәтлек поездары» юлға сыға
Республика буйлап «Сәләмәтлек поездары» юлға сыға

Быйыл «Сәләмәтлек поездары»ның сираттағы эш миҙгеле 21 апрелдә башлана, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан. Күсмә медицина комплекстары республика райондарына сыға. Йәмғеһе алты маршрут ойошторола.

Белорет маршрутына ете район ингән: Белорет, Учалы, Әбйәлил, Бөрйән, Баймаҡ, Йылайыр һәм Хәйбулла райондары.

Ағымдағы йылға график:

Бүребай 13-14 август

Ивановка 15 август

Ғәлиәхмәт 18 август

Оло Әбеш 19-20 август

Йәнтеш 21 август

Воздвиженка 22 август

Сәғит 25 август

Сиҙәм 26-27 август

Первомайский 28 август

Аҡъяр 29 август - 2 сентябрь

 

«Сәләмәт республика — сәләмәт төбәк» акцияһы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса ойошторола. 2025 йылда ул етенсе тапҡыр үткәрелә. Хәбәр иткәнебеҙсә, 2024 йылда «Сәләмәтлек поездары» 170 меңгә яҡын кешене ҡабул иткән һәм 4 меңдән ашыу етди сирҙе асыҡлаған.

Автор:Элина Әхмәтова
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: