Аҡъяр үҙәк район дауаханаһы баш табибы Рәмилә Шәрипова Ырымбур ҡалаһында буласаҡ табиптар өсөн ойошторолған Карьера көнөндә булды.
Сара Ырымбур медицина университетында ойошторолған. Күп кенә студенттар беҙҙең дауаханала эшләү менән ҡыҙыҡһына, һәм был бик ҡыуаныслы!
"Эш урынын һайларға ваҡыт еткәс, Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының ишектәре һәр ваҡыт талантлы һәм маҡсатҡа ынтылышлы белгестәр өсөн асыҡ булыуын иҫегеҙҙә тотоғоҙ. Беҙ һеҙҙе коллективта күреп, бергәләп пациенттарыбыҙға сифатлы медицина хеҙмәтләндереүе күрһәтеп, алға барыуыбыҙға шат булырбыҙ," - тип яҙҙы Рәмилә Рәхимйән ҡыҙы.