ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
11 Март 2025, 08:03

Аҡъяр дауаханаһының операция блогына яңы аппарат килтерелде

    

Аҡъяр дауаханаһының операция блогына яңы аппарат килтерелдеАҡъяр дауаханаһының операция блогына яңы аппарат килтерелде
Аҡъяр дауаханаһының операция блогына яңы аппарат килтерелде

Аҡъяр дауаханаһының операция блогына яңы аппарат — юғары йышлыҡтағы электрохирургия ЭХВЧ-300 "ЭлеПС" килтерелде. Был заманса ҡорамалдар табиптарға операцияларҙы тағы ла һөҙөмтәлерәк һәм хәүефһеҙерәк үткәрергә ярҙам итә.

Ниндәй аппарат❓

Был ҡорамал юғары йышлыҡтағы электр тулҡындары ярҙамында хирургтарға туҡымаларҙы ипләп кенә киҫергә, бер үк ваҡытта ҡан ағыуын туҡтатырға мөмкинлек бирә. Аппарат тиҙ һәм теүәл эшләй, операцияны травмаһыҙ итергә ярҙам итә.

Ни өсөн был мөһим❓

✔ Теүәллек: табиптар бәләкәй генә киҫелеш яһай ала, был ауыртыуҙы кәметә һәм пациенттың һауығыуын тиҙләтә.
✔ ️Хәүефһеҙлек: аппарат ҡан ағыуҙы туҡтатыуҙы бик яҡшы башҡара, өҙлөгөү хәүефен кәметә.
✔ ️ Тиҙ һауыға: был ҡорамалдар ярҙамында яралар тиҙерәк уңала, был инфекцияларҙан һаҡлай.

Нисек мөмкин булды❓

Аҡъяр дауаханаһы яңы аппаратты «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты буйынса алды, ул дауаханаларҙы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырырға ярҙам итә. Был проект ярҙамында беҙ һеҙҙең өсөн медицина ярҙамының сифатын яҡшырта алабыҙ.

Һау булығыҙ һәм үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!

«Оҙайлы һәм әүҙем тормош» (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) милли проектының төп маҡсаты— граждандарҙың оҙон ғүмерлелегенең яңы күрһәткестәренә өлгәшеү. 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә тиклем, ә 2036 йылға 81 йәшкә тиклем арттырыу планлаштырыла. Милли проект ярҙамында медицина учреждениелары яңыртыла, реабилитация системаһы камиллаштырыла, милли тикшеренеү үҙәктәре селтәре үҫешә, һаулыҡ һаҡлауҙы һанлаштырыу буйынса эш алып барыла. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Аҡъяр дауаханаһының операция блогына яңы аппарат килтерелде
Аҡъяр дауаханаһының операция блогына яңы аппарат килтерелде
Аҡъяр дауаханаһының операция блогына яңы аппарат килтерелде
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас